+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
10 Июль 2020, 16:18

"Йәншишмә"мдән айырылмайым

Кем генә яратмай икән йәмле йәй айын. Минең дә иң түҙемһеҙләнеп көтөп алған миҙгелем бара. Быйыл уҡыу уҡыу булманы инде, барыһына ла «тажлы вирус» ғәйепле.


Осрашыуҙа каникулға килгән һеңлем Нурания Хәбибуллина «Урал батыр» эпосының 120 юлын яттан һөйләне. Ул бигерәк шәп инде, белмәгән нәмәһе юҡ! Нурания – нәфис һүҙ һөйләү, тиһеңме, дәртләнеп бейеүме, моңло итеп йырлаумы – бары­һын да булдыра. Ә түңәрәк өйрөлтөү буйынса уға еткән кеше бармы икән?! Юҡтыр! Ул түңәрәк тән өлөшөнөң ҡай тирәһендә генә өйрөлмәй! Кәрәк булһа, көнө буйы төшөрмәй өйрөлтөп тора ала! II синыфта ғына уҡыһа ла, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһен­дә ­ҡатнашып, гел призлы урындар ала. Әйтәм бит, белмәгәне юҡ!

Туғандарым – Илсур ҡустым Ҡотләхмәтов менән өс йәшлек һеңлем Камила Булатовалар ҙа осрашыуҙа ҡатнашты. Улар ҙа беҙҙә каникул осоронда ҡунаҡта була. Мирсәйет ағай барыбыҙға ла иҫтәлеккә календарҙар таратты, яҡшы уҡыуыбыҙҙы теләне, гәзит дуҫтары булырға өндәне. Өфө ҡунағы бөтә синыф менән «Йәншишмә« гәзитенә яҙылған IV синыф уҡыусыларына бүләккә футбол тубы, етәкселәре Флүрә Рафаэль ҡыҙы Яруллина һәм ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатоваға Почёт грамотаһы тапшырҙы.

Тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәрҙе еткерәйем әле һеҙгә. Беҙгә Таһир ауылынан ҡунаҡҡа килгән Нурания һеңлемә һәм Илсур ҡус­тыма әсәйем ҙур бүләк эшләне, киләһе ярты йыллыҡҡа икеһенә лә «Йәншишмә« гәзитенә яҙылды. Ә Камила һеңлем бәләкәс әле, уҡый-яҙырға өйрәнеү менән уға үҙем бүләккә гәзит яҙҙырасаҡмын! Шулай итеп, беҙ каникул осоронда ла ярат­ҡан «Йәншишмә»беҙҙән айырылмайбыҙ! Ә һеҙ, дуҫтар, йәйге ялығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Читайте нас: