+25 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Июль 2020, 14:55
Дуҫымды ҡотҡарҙым
Йәй – ул хәтәр шәп миҙгел! Йыл буйына һағынып көтөп алам был мәлде. Мин йәйге өс айымды Ҡариҙел районы Абдулла ауылында йәшәүсе өләсәйем менән ҡартатайым янында үткәрәм. Унда шул тиклем рәхәт! Йылға, тәбиғәт, дуҫтар, туйғансы йоҡлау... Был ауылды балыҡ ҡармаҡлау өсөн мөмкинлектәре булғанға ла яратам. Хәҙер шул тиклем оҫтарып алдым, балыҡ күп эләгә миңә. Атай-әсәйем шуның өсөн тыуған көнөмә балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары ла бүләк итте.
Ҡартатай менән өләсәйгә ярҙам итергә лә онотмайбыҙ. Эш бөткәс, күңелле ял башлана.
Йәйгеһен рәхәт, күңелле булһа ла, бер саҡ бәләгә лә тарый яҙып ҡуйҙыҡ әле. Бер көндө дуҫтар менән йылға буйына барҙыҡ. Ҡайһыларыбыҙ яҡшы ғына итеп йөҙә, кемебеҙҙер өйрәнеп кенә килә ине. Мин – шуларҙың икенселәре иҫәбендә. Малайҙар менән һыуҙан сыҡҡас йылыныр өсөн усаҡ яғып, йылғаға төштөк.
Илнур дуҫым менән ҡотҡарыу түңәрәктәре алдыҡ та «крокодил-кәмә»беҙгә ултырып, йылға уртаһынараҡ йөҙөп килдек. «Бер, ике, өс!» командаһына икебеҙ бер юлы унан һикереп төшәбеҙ ҙә кире «крокодил»ыбыҙға менәбеҙ. Тик бер һикергәндә мин һыуға алдараҡ ырғып өлгөрҙөм, ә Илнур кәмәлә тороп ҡалып, ҡапыл түңкәрелмәһенме?! Дуҫымдың муйынындағы ҡотҡарыу түңәрәге лә сығып осто. Илнур өсөн шул тиклем ҡурҡтым, ул бит йөҙә белмәй. Бер мәл дуҫым һыу аҫтына китә башланы. Мин үҙем дә һиҙмәҫтән, уға ярҙамға ашыҡтым. Илнурҙың ҡотҡарыу түңәрәген ҡулыма эләктерә һалып, дуҫыма бирҙем.
Һуңынан теге «крокодил-кәмә»не лә, Илнурҙы ла ярға алып сыҡтым. Дуҫым ҡурҡышынан зәңгәрләнеп киткәйне. Ярға сыҡҡас ҡына беҙ ниндәй бәләгә осрай яҙғаныбыҙҙы аңланыҡ. «Һин бит мине ҡотҡарҙың!» – тип ул рәхмәттәр уҡыны.
Шулай, дуҫтар, ялдарыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ! Атай-әсәйҙәребеҙҙе лә борсоуға һалмай, матур ғына үткәрәйек каникулыбыҙҙы.
Динислам КАШАПОВ.
Өфө районы,
Дорогин мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән