+27 °С
Облачно
VK
OK
Макс
"Минең өс айым"
30 Июля 2020, 13:29
Мөғжизә иленә сәйәхәт
Йәйемдең иң иҫтәлекле мәле – Башҡортостандың ете мөғжизәһе исемлегенә ингән, барлыҡ донъяға танылған Шүлгәнташ мәмерйәһенә ғаиләбеҙ менән сәйәхәт булды.
Барып ингәс, үҙемде бер нисә быуатҡа, ата-бабаларыбыҙҙың үҙенсәлекле, ябай тормошона әйләнеп ҡайтҡандай хис иттем. Мәмерйәгә алып барған һуҡмаҡ та бик серле тойолдо миңә. Бөрйән районының хозур тәбиғәтенә хайран ҡалдым: ҡуйы урмандар, мөһабәт һәм ғорур ҡаялар...
Биләмәгә инеү менән беҙгә тулҡынландырғыс тойғолар өҫтәп, Кәзә ташы ҡаршы алды. Музейҙа бик күп файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ. Күпмелер ара үткәс, беҙҙе мәмерйәнең серҙәрен белеүсе экскурсоводтар ҡаршы алды. Бына ҡайҙа икән мөғжизә! Оҫта ҡуллы боронғо заман кешеләренең һүрәттәре минең өсөн асылмаҫ сер булып ҡалды. Шүлгәнташ мәмерйәһенең эсендәге матурлыҡ һоҡланып бөткөһөҙ. Хатта беҙ Урал һәм Шүлгән йәшәгән дәүергә ҡайтҡандай булдыҡ. Йылҡысыҡҡан күле буйындағы Аҡбуҙат монументы янында ла иҫтәлеккә фотоға төштөк. Шулай уҡ Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуының башлығы Бабсаҡ бейгә арнап төҙөкләндерелгән ҡурғанды күреү бәхете лә тейҙе.
Өс айымдың бер көнө мәңге иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды.
Тарихыбыҙҙы өйрәнәйек, республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын күрәйек, беләйек һәм ҡәҙерләйек, тип әйткем килә тиңдәштәремә.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...