-1 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
7 Август 2020, 15:20

Мажаралы көн

– Әй, Аллам, был көндөң аҙағы ла булыр икән?! – тип әсәйем тыныс һулап ҡуйҙы.– Вәт, исмаһам, мажара! – тинем дә ярат­ҡан гәзитемә яҙырға ултырҙым.


Өсөнсө көн сират көтөүенә сыҡтыҡ. Көн иртәнән үк ҡыҙҙыра! Һыйырҙар тау битләүендә үлән ашай. Атайым машинала гәзит уҡый, ә мин кисә күреп ҡалған еләклектә рәхәтләнеп ҡып-ҡыҙыл һутлы еләк йыям. Һауытымдың яртыһы тулғайны инде, 3 – 4 һыйыр килеп бешкәндәрен генә ашай башланы. Япраҡтарына теймәйҙәр, ҡыҙылдарын ғына тәмләп йоталар! Бына, һиңә мә! Һыйыр ҙа еләк ярата икән!

– Барығыҙ, үлән ашағыҙ! Теймәгеҙ еләккә! Үҙем йыям бит! – тип ҡыуам. Тик теге­ләр китергә уйламай ҙа! Етмәһә, үҙебеҙ­ҙең Йондоҙ миңә боролоп ҡарап, мөңрәп ҡуйҙы.

– Ҡыҙым, ана, һыйыр һиңә үпкәләй. Еләк ашаһам, һөтөм татлы, тәмле булыр, рәхәтләнеп эсерһең, ти бит, – тип көлә әсәйем.

Шулай итеп, һыйырҙар менән ярышып еләк йыйҙым инде.

Көтөүҙә ваҡыт яй үтә, эҫе булғас, малдар әлһерәп һыуға йүгерә. Күгәүендәр һырып алһа, бөтөнләй түҙә алмай, сабыша башлайҙар. Уларҙы ҡыуып арып бөттөм. Эй, быныһы бүстәк кенә булған икән. Кис еткәс, 10 үгеҙ бер ҡыҙыл тананы уратып алған да, эй, үкерәләр! Ҡурҡыныс! Атайым бер нисәүһен ҡыуып ебәрҙе, башҡалары китергә лә уйламай. Тана ергә ҡолағас, атайым әсәйемә шылтыратты. Киске аш әҙерләргә, тип ҡайтып киткән еренән әсәй күрше ир-аттарҙы ярҙамға ебәрҙе. Һуғым бысаҡтарын тотоп килгән ағайҙарҙы күргәс, тананы йәлләп бер булдым. Шунан тағы эргәһенә барҙым.

– Атай, тана үлмәгән, быҙаулай бит! – тип ҡыуанып ҡысҡырып та ебәрҙем.

– Рәхмәт, яҡшы хәбәреңә! Ҡыҙым, иҫән-һау быҙаулатһаҡ, ни теләһәң, шуны үтәрмен, – тине атайым.

Ағайҙар ҡайтып китте, күрше Ринат ағай ғына ҡалды. Әсәй өйҙә ауыл чатына яҙып, мал хужаһын эҙләй башланы.

Тана үҙе быҙаулай алманы. Атайымдар ҙа ҡаушап ҡалманы, ярҙам иттеләр. Шул арала малдар тарала башланы. Мин йыйырға тырышып, йүгереп арып бөттөм. Үгеҙҙәр үкереп, һөҙөшә, һыйырҙар күгәүенгә сыҙай алмай, әллә ҡайҙа саба. Ҡайһыһын ҡайҙа ҡыуырға ла белмәй, илап бөттөм. Бер мәл малдар ауыл яғына сапты, ә мин улар артынан...

– Айгизә, ҡурҡма, хәҙер уларҙы йыябыҙ, – тип Арсен килеп еткән. Уны күргәс, күңелемә рәхәт булып китте.

Арсен, Самир, Асҡар дуҫтарыма әсәйем әйткән икән. Улар шунда уҡ велосипедта миңә ярҙамға ашыҡҡан. Малайҙар тиҙ генә таралған көтөүҙе йыйҙы. Ул арала әсәй ҙә килеп етте.

– Вәт, рәхмәт, егеттәр! Бына, исмаһам, ысын дуҫтар! Һәр ваҡыт ошолай бер-берегеҙгә ярҙамға әҙер тороғоҙ! Ҡыҙым, дуҫтарыңдың ҡәҙерен бел! – тине ул.

– Рәхмәт, малайҙар! – тинем үҙем дә.

– Ярай инде, беҙгә бер ҙә ауыр булманы, – тигән булды Арсен йылмайып.

– Әйҙә, бергәләп көтөшөп бөтәйек, бер сәғәт кенә ҡалды бит, – тип белдерҙе Асҡар.

Ул арала һыйыр хужаһы ла килеп етте. Рәзилә апай һәүкәшен ҡыуалап үҙе ҡайтты. Ә быҙауын машинаға һалып, атайым алып барҙы.

Малайҙар менән малдарҙы ауылға алып ҡайттыҡ. Дуҫтарымдың баһаһы бермә-бер артты. Бына бит ниндәй шәптәр! Әлеге осраҡта ҡыҙҙар ҡурҡыр ине, ә дуҫ малайҙарым йәһәт кенә бөтә көтөүҙе йыйҙы.

Арып-талып өйгә ҡайтып индем. Бер аҙ хәл йыйғас, әсәй менән тиҙ генә һыйыр­ҙарҙы һауып алдыҡ. Дөрөҫөрәге, мин аппаратты тоҡандырып, һүндереп, һәүкәштәргә ҡамасаулаған күгәүендәрҙе ҡыуып торҙом. Эш бөткәс инде, бер каса һөт эсеп тә ҡуйҙым. Эй, тәмле булды! Ысынлап та, еләктәй татлы! Шул саҡ аҙбарҙан Йондоҙ­ҙоң мөңрәүе ишетелгәндәй тойолдо. Ул:

– Еләк тәме киләме? Һөтөм татлымы? Һин еләклектән ҡыуған булдың. Эс, әйҙә, хужабикәм, һис үпкәләмәйем! – тигән һымаҡ ине миңә.

Атайым һүҙендә торҙо. Һөйөнсөгә Ҡандракүлгә алып барыуын һорағас, икенсе көндө үк шунда һыу инергә барҙыҡ. Бөтә халыҡ ял итә, һыуҙа йөҙә, шашлыҡ ҡыҙҙыра. Беҙ ҙә рәхәтләндек кенә! Күңелле булды!


Айгизә АБЗАЛОВА.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Читайте нас