-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
28 Август 2020, 16:36

Ғәҙелша шарлауығына барҙыҡ

Их, йәйге каникул күҙ асып йом­ған арала үтеп тә китте. Ярат­ҡан миҙгелем бик матур, иҫтәлекле мәлдәр бүләк итте.

Шуларҙың береһе – үҙебеҙҙең райондағы Ғәҙелша шарлауығына барыу күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр әле. Беҙ туғандар менән бергәләп күңелле итеп йөрөп ҡайттыҡ. Юл­да тамаҡ ялғап алыр өсөн алдан төрлө ризыҡтар ҙа бешереп алдыҡ.

Был шарлауыҡты күптән күрергә хыяллана инем. Бына, ниһайәт, уйым тормошҡа ашты. Минең нисек шатланғанымды күрһәгеҙ?! Ғәҙелша шарлауығының һыуы үтә күренмәле, бик таҙа икән. Ҡояш нурына ялтырап ята. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөм. Тирә-яҡтағы тәбиғәт тә хозурлығы менән һоҡландырҙы. Ошондай йәмле урында күмәкләп сәй эсеп алыу ҙа күңелле булды.


Әлиә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Баймаҡ районы, Йәрмөхәмәт ауылы.

Читайте нас: