Уйнап ултырып, ямғыр яуа башлағанын һиҙмәгәнбеҙ ҙә! Бәпкәләрҙе ябырға йүгерҙек. Тик ҡайҙа булған улар? Ҡапҡаға етер-етмәҫ ерҙә берәүһе күренде. Ниңә яңғыҙы? Аптырап киттек. Ҡапҡаны асыуыбыҙ булды, һигеҙ ҡаҙ бәпкәһе йүгереп килеп инде. Ҡабат-ҡабат һананыҡ. Юҡ, берәүһе етмәй. Ҡайҙа булды икән ул? Етмәһә, ҡойоп ямғыр яуа. Уйланып торорға ваҡыт юҡ. Йүгереп барып бәпкәләрҙе кәртәгә яптыҡ та емен, һыуын бирҙек.
Шунан һуң юғалғанын эҙләргә тотондоҡ. Тыңлап ҡараһаҡ, баҡсанан бәпкә тауышы сыға. Икәүләп шунда йүгерҙек. Тапманыҡ. Китәйем генә тигәйнем, уның мөйөштә ятҡанын күреп ҡалдым. Үҙенә бер ни булмаған. Тиҙ генә тимер ҡалай аҫтынан тартып сығарҙым да ҡулыма алып кәртәгә йүгерҙем. Бәпкәм туҡтауһыҙ сипылдай. Көс-хәл менән алып барып еткерҙем.
Бына шулай бәпкәләрҙе ҡарауы күңелле лә, мәшәҡәтле лә икән.
Алтынай АҠМАНОВА, III «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.