+16 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
11 Сентябрь 2020, 20:32
Каникулым файҙалы үтте
Йәйҙе яратам, көтөп алам. Ни өсөн тигәндә, был ваҡытта минең тыуған көнөм. Йәйгеһен бар тәбиғәт йәшеллеккә һәм хуш еҫле сәскәләргә төрөнә. Буш ваҡыттар ҙа күп, рәхәтләнеп ял да итәбеҙ.
Мин йәйге өс айымды ауылда ғына үткәрҙем. Әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлаштым, ҡош-ҡорт ҡараштым. Әхирәттәрем менән бергәләп һыу инергә лә йөрөнөк, төрлө-төрлө уйындар уйнаныҡ. Ә кискеһен баҡсалағы йәшелсә һәм сәскә түтәлдәренә һыу һибергә лә онотманым.
Еләк-емеш бешкәс, әсәйем менән бергәләп урманға еләккә йөрөнөк. Уға ярҙам булһын тип, ҡаршылағы муйыллыҡҡа барып, көн дә муйыл йыйып алып ҡайттым. Үҙебеҙҙең баҡсала ла еләк-емеш бик уңды.
Бесәндә лә ҙур ярҙамсы булдым. Тырма тотоп, йүгереп йөрөп эшләнем. Әсәйем менән шифалы үләндәр ҙә йыйҙыҡ. Инде хәҙер күбеһенең исемдәрен беләм инде.
Йәйге каникулым ауылда ғына үтһә лә, файҙалы һәм күңелле булды. Мин мәктәпкә көс йыйып, дәртләнеп барҙым. Уҡытыусыбыҙ, синыфташтар ныҡ һағындырған.
Диана МӘХМҮТОВА,
III синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән