+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
11 Сентябрь 2020, 19:55

Максимды оҙаҡ эҙләнем

Йәйҙең бер көнөндә ғаиләбеҙ менән ҡалаға барҙыҡ. Йомоштарыбыҙҙы теүәлләп, кәрәк-яраҡтар алдыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл ыңғайы әсәйемдең ике туған һеңлеһенә инеп, хәл белергә булдыҡ.

Туғандарыбыҙ Собханғол ауылында йәшәй. Мин унда тәүгә барам. Баҡһаң, ҙур ике ҡатлы йортта икән апайымдың фатиры.

Инеп бер аҙ һөйләшкәс, Рима апайым:

– Ландыш һылыу, Максим сығып киткән, бар әле, ҡарап ин, юғала күрмәһен, – тине.

Шуны ғына көткәндәй, тышҡа йүгер­ҙем. Подъезд алдына сығып, тирә-йүнде ҡараным, бер малай ҙа юҡ. Йорт эргәһендә үҫкән ағастарҙың эргәһендә лә күренмәне ул. Эскәмйәлә һөйләшеп ултырған инәйҙәрҙән дә һораным. Максимды күреүсе булмаған. Улай барҙым, былай барҙым, бер ниндәй малай күҙгә салынмай. Арып, яңынан ишек төбөнә килдем. Шунда торған эскәм­йәгә барып ултырҙым. Бер үҙем түгелмен. Эскәмйәлә бер бесәй ҙә урын алғайны. Асыуым килеп уға:

– Әйт әле, күрмәнеңме шул Максимды? – тигән булам.

Уныһы мыр-мыр килеп, яныма уҡ килеп ятты.

Шул саҡ апайҙың да тауышы ишетелде:

– Ландыш, ин инде, сәй эс. Ниңә уны һаҡлап ултыраһың? – Саҡ эскәм­йәнән ҡолап төшмәнем. Баҡһаң, Максим тигәнем, малай түгел, ошо бесәй икән.

– Ниңә шул тиклем тирләнең? – ти әсәй мин фатирға ингәс.

– Бәй, күпме эҙләнем Максимды, хатта полицейскийҙан да һораным, адресты ла әйттем.

Шул саҡ ишек шаҡынылар. Ишек төбөндә теге полицейский ағай тора.

– Табылдымы Максим? – тип һорай үҙе.

– Эйе, ул бит беҙҙең бесәй! – тине апайым.

Шул саҡ бөтәһе лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

Ландыш РАМАҘАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Читайте нас: