-2 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
11 Сентябрь 2020, 20:09
Ҡурҡҡанға ҡуш күренә
Тыуған яғымда төрлө файҙалы үҫемлектәр үҫә. Уларҙы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йыйырға мөмкин. Бер көндө ҡаланан ҡайтҡан апайым да: «Әрем өлгөрҙө. Әйҙә, аръяҡҡа сығып киләйек», – тип миңә өндәште.
Өләсәйҙәремдең янында ғына Еҙем йылғаһының икегә бүленеп аҡҡан ерендә бәләкәй генә утрау бар. Шуны аръяҡ тип йөрөтәләр. Ҡоро килгән йәйҙән ныҡ ҡына һайыҡҡан, урыны-урыны менән сай баҫҡан йылғаны кисеп сыҡтыҡ та эшкә тотондоҡ. «Әрем – көслө антибиотик. Уны самалап һәм белеп кенә эсергә кәрәк», – тип һөйләнеп йөрөгән апайым бер ваҡыт: «Ҡастыҡ! Ҡабан!» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме.
Ҡыр сусҡаһының кешегә һөжүм иткәнен атайым һөйләгәне бар ине. «Йүгереп ҡасып булмаһа, ағас башына менеү – берҙән-бер сара», – тигәне иҫемә төшөп, бар көсөмә һыпырта башланым. Әлбиттә, оҙаҡ йүгерергә тура килмәне. Һыуға төшөү менән апайым: «Йә, етәр, тыныслан. Был яҡҡа сығырға уның да башы икәү түгел бит», – тине.
Өйҙәгеләр беҙҙең буш ҡул менән ҡайтыуҙы аптырап ҡаршы алды. Ҡабан мажараһын һөйләгәс, бигерәк тә олатайым күҙҙәренән йәштәр сыҡҡансы көлдө. «Ниндәй ҡыр йәнлеге был тирәгә аяҡ баҫһын?! Ярҙың теге яғы ситтән килгән ял итеүселәр менән тулған. Был яғында ауыл халҡы һыу инә. Көнө-төнө аҡырған музыка тауышынан ул бахырҙар йәйен, киреһенсә, төпкәрәк китәлер әле. Ауылда бер генә кеше сусҡа тота. Шул темеҫкенеп йөрөй. Ошо йәшеңә етеп, һин дә сусҡаны ҡабандан айыра алмайһыңмы ни?» – тип апайыма ҡарап, олатайым тағы ла рәхәтләнеп көлдө. «Был заманда ауылда ҡатыморон тотоусылар барҙыр, тип кем уйлаған?!» – тип апайым яурындарын һикертте.
Икенсе көндө маҡсатыбыҙға ирештек. Ер-әсәбеҙгә рәхмәт әйтә-әйтә, ҡосаҡ менән әрем йыйып алып ҡайттыҡ. Ә ҡотобоҙҙо алған теге сусҡа кибеп барған күләүек эсендә рәхәтләнә ине. Беҙҙе күреү менән, кисә ҡурҡытҡаны өсөн ғәфү үтенгәндәй, бер генә мөлдөрәп ҡараны ла арҡаһына әйләнеп ятты.
Динислам ЗӘЙНЕТДИНОВ.
Ғафури район, Юлыҡ мәктәбе.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...