+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
19 Сентябрь 2020, 00:27

Эшкә лә өйрәндем, ял да иттем

Йәйгеһен Бөрйән районының Брәтәк ауылына Ғәйнулла олатайым менән Рәйлә өләсәйебеҙгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Атайым менән әсәйем ялдан һуң ҡайтып китте, ә мин тороп ҡалдым. Оҙон йәйге каникул бит!

Беренсе көндә үк беҙ өй бураһын ултыртырға нигеҙ эшләй башланыҡ. Шулай уҡ ярҙамлашырға ике туған ағайым Булат менән Зиннур бабайым да килеп етте. Нигеҙҙе эшләп бөткәс, олатайыма бесән сабышып, күбәләштем. Шунан утын­лыҡ башын яба торған ҡалайҙы таҙартып, өләсәйем менән буяп ҡуй­ҙыҡ.

Көн һайын эштәр бөтөү менән олатайым, Ильяс ҡустым, Сәмирә һеңлем менән балыҡ тоторға йөрөнөк. Өләсәй ҙә йылға буйына төштө, беҙ рәхәтләнеп һыу индек, ул – беҙгә күҙ-ҡолаҡ.

Атай-әсәйем һәм Илдар ҡус­тым тағы ауылға килгәс, беҙ күбәләгән бесәнде һарайға ташыныҡ. Аҙаҡ атайым һәм Айнур бабайым әҙер ҡалай менән утынлыҡ башын япты. Мин дә ҡулымдан килгәнсе уларға ярҙам иттем. Өй алды бик матур булып китте.

Шунан ғаиләбеҙ менән Бөрйән районы буйлап сәйәхәткә юлландыҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күрҙек. Шифалы һыуын эсеп ҡараныҡ, аҙаҡ сумып та өлгөрҙөк. Һыуы һыуыҡ ине. Барыбер шәп, ныҡ оҡшаны. Сәйәхәт бик фәһемле булды, күп нәмәләр хаҡында белдем.

Бөрйәндән ҡайтҡас, Ғафури районында йәшәгән Миңлегөл өләсәйем менән Салауат ҡартатайым янына ла ҡунаҡҡа барып ҡайттыҡ.

Каникулымдың һуңғы көндәрендә китапхананан ҡыҙыҡлы китаптар алып уҡыным. Мәктәпкә әҙерләндем.

Матур үтте йәйге ялым.

Таһир ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, 7 (2) төркөмө тәрбиәләнеүсеһе.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: