Йыл һайын йәй көнө беҙ ғаиләбеҙ менән урманда ҡайын миндеге бәйләйбеҙ, еләк, файҙалы үләндәр йыябыҙ. Атайым менән әсәйемә умарталыҡта бал ҡорттарын ҡараштым. Атайым миңә нескә билдәр тураһында бик күп мәғлүмәттәр еткерҙе. Әсәйем менән бал айырттыҡ.
Атай-әсәй өйҙә булмағанда тыумыштан сирле Данил ағайымды ҡараштым. Уны йәшелсәләрҙән төрлө салат менән һыйланым. Ҡоймаҡ ҡойоп, үләнле сәй эсерҙем. Алма бәлеше бешереп тә бирҙем. Ағайым мин әҙерләгән ризыҡтарҙы бик яратып ашаны.
Олатай-өләсәйем дә беҙҙең ауылда йәшәй. Уларға ла ярҙам итеп өлгөрҙөм. Магазинға икмәккә йөрөнөм, баҡсаларына һыу һиптем, иҙән йыуҙым.
Бишҡурай ауылы эргәһендә шишмәләр күп. «Рәхмәт», «Мөрсәлим» исемлеләренән сәйгә һыу алып ҡайтырға яратам. Шишмәләрҙең тирә-яғын таҙалап, сүптәрен йыйып китеүҙе инде ғәҙәт итеп алдым әле. Минең кеүек барлыҡ кешеләр ҙә ҡыйҙы махсус контейнерҙарға һалһа, бик яҡшы булыр ине.
Халыҡ-ара әҙәби конкурста ҡатнашҡан яҙмам (етәксем – Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова) Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған «Һеҙ беҙҙең йөрәктәрҙә» тигән йыйынтыҡта баҫылды. Йәйгеһен ошо китапты ҡулыма алып, башынан аҙағынаса уҡып сыҡтым. Был йыйынтыҡҡа бабай-олатайҙарыбыҙ тураһында иҫтәлек тупланған. Беҙ – йәш быуын уларҙы хөрмәт итергә һәм батырлыҡтарын онотмаҫҡа тейешбеҙ. Тыуған илебеҙгә тыныслыҡ бүләк иткәндәре өсөн үҙҙәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Йәйгеһен ғаиләбеҙгә ауыр ҡайғы килде. Олатайым ҡаты ауырып вафат булды. Уның ҡырҡ көнөн үткәргәндә мулла ағайҙы ашығыс саҡыртып алып киттеләр. Арабыҙҙа доға ҡылырҙай кеше булмағас, атайым мине саҡырып алды ла:
– Ҡыҙым, һин бит беләһең, әсәйең өйрәткән доғаларыңды уҡыйһыңмы әллә? – тине.
Мин ҡаушап ҡалманым. Үҙем белгән доғаларымды уҡыным, амин тоттоҡ. Ағай-апайҙар миңә ҙур рәхмәт әйтте.
Бына шулай файҙалы һәм ҡыҙыҡлы каникул көндәрем үтеп тә китте. Онлайн-конкурстарҙа еңеү, призлы урындар алыу нисек кенә күңелле булмаһын, тиҫтерҙәрем, синыфташтарым менән бергә уҡыу, аралашыу күпкә яҡшыраҡ икән шул. Бына, Аллаға шөкөр, яңы уҡыу йылы бара, беҙ уҡытыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, мәктәптә уҡый башланыҡ. Ҡалай шәп! Тик бынау коронавирус тиҙерәк үтеп китһен ине.
Ландыш РАМАҘАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.