Беҙгә лә, ниһайәт, гәзитебеҙҙә йәйге ял мәлендә ойошторолған «Минең өс айым» конкурсының еңеүселәрен билдәләргә ваҡыт етте. Каникулдарында «Йәншишмә»нән айырылмаған тоғро дуҫтарыбыҙҙан бик күп хаттар алдыҡ. Бигерәк тә Баймаҡ, Бөрйән, Туймазы райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан килгән хәбәрҙәр ҡыуандырҙы. Маладистар!
Ә еңеүселәрҙе билдәләгәндә, бәйгенең шарты буйынса, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, күңелле сәйәхәттәр, мажаралар тураһында яҙылған матур йөкмәткеле хаттарға өҫтөнлөк бирелде. Шулай итеп:
I урын – Айгизә АБЗАЛОВА (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), «Беҙ нисек һыйыр һауҙыҡ», «Мажаралы көн», «Бесәндә»;
II урын – Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе (Баймаҡ районы, Билал мәктәбе), «Йәншишмә»мдән айырылмайым», Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, йәш хәбәрсе (Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе), «Мин нисек велосипедлы булдым?»;
III урын – Ландыш РАМАҘАНОВА (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), «Максимды оҙаҡ эҙләнем», «Мәктәпте һағынып бөттөм», Ильяс СИБӘҒӘТУЛЛИН (Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп), «Тауыҡтар тормошон өйрәнәм», Динислам ЗӘЙНЕТДИНОВ (Ғафури районы, Юлыҡ мәктәбе), «Ҡурҡҡанға ҡуш күренә», Динислам КАШАПОВ (Өфө районы, Дорогин мәктәбе), «Дуҫымды ҡотҡарҙым»;
Ә бына Булат ХӘЙРЕТДИНОВ (Туймазы районы, Серафимовкалағы 3-сө мәктәп), «Һағынып көтөп алам», Таһир ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, 7(2) төркөм тәрбиәләнеүсеһе (Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы), «Эшкә лә өйрәндем, ял да иттем», Таһир НАФИҠОВ (Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп), «Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралды», Алтынай АҠМАНОВА (Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), «Ҡаҙ бәпкәләре ҡараным» мәҡәләһе өсөн дәртләндереү призы менән бүләкләнә.
Бәйгегә иң тәүге булып хатын ебәргән Заһиҙә МОРАТШИНАға (Бөрйән районы, Байназар мәктәбе) махсус бүләк тапшырыласаҡ.
Кемдәр призлы урын алмаған, күңелдәрегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Артабан да яҙышып, редакция ойошторған төрлө бәйге-конкурстарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.