+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
15 Август 2021, 14:10

Ҡаҙ бәпкәләре ҡарайбыҙ

Каникулда рәхәтләнәбеҙ генә.

Ҡаҙ бәпкәләре ҡарайбыҙ
Ҡаҙ бәпкәләре ҡарайбыҙ

Йүрүҙән йылғаһында һыу инәбеҙ, тиҫтер­ҙәрем менән футбол уйнайбыҙ. Еләк тә йыйып һаттыҡ, уның аҡсаһына әсәйем ҡаҙ бәпкәләре алды. Шунан беҙгә тағы ла эш өҫтәлде. Илһам ҡус­тым менән ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ. Эй, күңелле инде! Уларҙы яратып, һәр хәрәкәттәрен күҙәтеп, һоҡланып ҡарайбыҙ. «Ҡаҙҙар – изге ҡоштар, уларға таяҡ менән һуғырға, таш ырғытырға ярамай», – ти әсәйем.
Ауылда ял итеүе барыбер рәхәтерәктер, тип уйлайым. Юҡҡа ғына ҡаланан беҙгә килмәйҙәрҙер. Барыһына ла күңелле ял теләйем.

Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ.
Салауат районы, Әлкә ауылы.

Читайте нас: