+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
4 Сентябрь 2021, 11:45

Рухланып, дәртләнеп ҡайттым

Быйылғы йәйге каникулым онотолмаҫ хәтирәләргә бай булды.

Рухланып, дәртләнеп ҡайттым
Рухланып, дәртләнеп ҡайттым

Ә «Йәйләү» этнолингвистик йүнәлешле лагерында ял итеүемде һағынып иҫкә алам. Ул районыбыҙҙың матур урындарының береһе – Әбеш ауылында урынлашҡайны.
Миңә бында ныҡ оҡшаны, ике аҙна эсендә бергә ял итеүселәр менән яҡын дуҫтарға әйләндек, хатта бер ғаилә кеүек булып киттек. Тәүге көндө үк беҙҙе ике төркөмгә – «Үҫәргән» һәм «Ҡыпсаҡ» ырыуҙарына бүлделәр. Улар­ҙың ҡошон, ағасын, йырын бик теләп өйрәндек.
Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан лагерҙың һәр көнө икенсеһенән айырылып тор­ҙо. Тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Айҙар Рәйес улы Мәжитов менән осрашыу күңелемә һеңеп ҡалды. Ул беҙгә төрлө экспонаттар тураһында һөйләне, төньяҡ амурҙарының хәрби кейемдәрен күрһәтте.
Тағы ла БДУ-ның Сибайҙағы филиалы педагогы Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова менән ҡыҙыҡлы осрашыу үтте. Ул беҙгә бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Ә дәрес аҙағында апайыбыҙ миңә үҙе яҙған китабын бүләк итте.
«Мәргән уҡсы» тигән ярыш ойошторолдо. Был көндө үҙебеҙҙең мәргәнлегебеҙҙе тикшерҙек һәм уҡтың тарихын белдек. «Индеец көнө» лә бик оҡшаны. Беҙ үҙебеҙҙең ҡәбиләбеҙгә «Апачи» тигән исем һайланыҡ. Биттәребеҙгә буяу һөртөп, баштарыбыҙға ҡалпаҡтар эшләп кейеп, сағыу сығыштар әҙерләнек.
«Йәйләү» лагерында төрлө осрашыу­ҙар, экскурсиялар, походтар, конкурс­тар, концерттар ойошторолдо. Барыһы ла шәп уҙҙы. Ялымдан рухланып, дәртләнеп, көс йыйып, башҡорт булыуыма ғорурланып ҡайттым.
Матур һәм файҙалы ял өсөн район мәғариф идаралығына, башҡорт теленән уҡытыусым Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы Мөхәмәтшинаға, лагерҙағы өлкән әйҙәүсебеҙ Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Түлебаеваға, ырыу әйҙәүселәре Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы Хәбибуллинаға, Йәзилә Илһам ҡыҙы Ҡаҙаҡбаеваға, яңы дуҫтарыма бик рәхмәтлемен!

Сәлим ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: