+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
13 Сентябрь 2021, 09:45

Мажаралы туй

Беҙ Урал ағайым һәм Наҙгөл еңгәйемдең туйына саҡырыу алдыҡ.

Мажаралы туй
Мажаралы туй

Был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп, саҡ еткерҙем...
Беренсе көн кафела үтте. Мин әсәйем, Ынйыҡай апайым, Кәримә һеңлем менән ҡумыҙҙа уйнап, йыуаса тараттыҡ. Ҡунаҡтар рәхмәт әйтә-әйтә, бешергән ризығыбыҙҙы яратып ашаны.
Әсәйем һәм Дилә инәйем башҡорт халыҡ йыры «Киленсәк»те йырлап, килен һөйҙөләр:
Йылҡыларың ҡолонлап,
Яландарҙы тултырһын.
Ырыу-ырыу балаларың
Ауыл-ауыл ултырһын...
Туйҙың икенсе көнө Дилә инәйемдәрҙә үтте. Ҡабаланып уларға китеп бара инек, бер машина беҙгә туҡтарға сигнал биреп, уҙып китте. Кемдәр икән, тиһәк, Ырымбурҙан килгән ҡунаҡтар булып сыҡты. Фәрүәз ағайымдарҙың туйында күреп, беҙҙе танығандар икән. Уларға дарыуханаға инеп сығырға кәрәк булған. Юлды өйрәтеп, Дилә инәйемдәргә килеп ингәйнек, өй гөжләп тора! Кемдер өҫтәл ултырта, кемдер ҙур ҡаҙанда аш бешерә. Өй тәмле еҫтәр менән тулған. Шунан ҡоҙаларҙы көтә башланыҡ. Әлфинур һеңлем еңгәйҙең билен сисергә тейеш ине. Дилә инәйем уны ҡарап тороуҙы миңә ҡушты.
Шул саҡ машиналар тауышы ишетелде. Йүгереп сыҡһаҡ, ҡоҙалар килгән икән. Уларҙы йырлай-йырлай ҡаршы алдыҡ. Әлфинур һеңлем еңгәйҙең билен систе.
Бына Наҙгөл еңгәйемә һыу юлын күрһәтергә ваҡыт етте. Мин дә сулпы-хәситәмде тағып алдым. Беҙ Наилә апайым, Кәримә, Әлфинур һеңлеләрем менән һыу башлауҙы көтөп ултырабыҙ. Бер мәл бәләкәс ҡоҙабыҙ килеп сыҡты. Ул ишек менән ярайһы ғына уйнап, тотҡаһын борғослап торҙо ла икенсе бүлмәгә инеп китте. Уның артынан тышҡа сығайыҡ тиһәк, ишек асылмай. Ни эшләргә? Урал ағайым ишектең тотҡаһын бороғоҙ, тип кәңәш бирҙе, әммә күпме тегеләй ҙә, былай ҙа борғослаһаҡ та, ул асылырға ла уйламай. Беҙ борсола башланыҡ. Етмәһә, Әлфинур һеңлем, ниңә тышҡа сыҡмайбыҙ, тип мыжый. Ахырҙа, Урал ағай асҡыс табып, ишекте аса һалды. Саҡ килеп сыҡтыҡ. Ситтә ҡарап торған Ынйыҡай апайым көлөп ебәрҙе. Уға ғына түгел, башҡаларға ла ҡыҙыҡ булды. Әсәйем аптырап китте.
Тышҡа сыҡһаҡ, бөтәһе лә мине көтә. Көйәнтәгә күнәктәрҙе элдем дә еңгәйгә һыу юлы күрһәтергә киттек. Барып етһәк, Света инәйем, һыуҙы бирермен, тик уның да хаҡы бар, тип ҡаршы сыҡты. Тәүҙә ҡымыҙ эсегеҙ, һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ, тигәс, һыйланып алғас, бер ҡоҙа йырланы. Шунан ғына һыу алдыҡ. Ҡайтһаҡ, Света инәйем һатыу ойоштороп ебәргән. Үҙе һыу эсерә, үҙе аҡса һорай. Түләмәһәгеҙ, бирмәйем, ти. Аҡса һалғас, һыуҙы тәмләп ҡараныҡ. Еңгәйҙең һыуы ныҡ тәмле кеүек тойолдо. Шунан самауырлап сәй эстек. Һыу юлын башлаған өсөн Наҙгөл еңгәйем миңә көмөш сылбыр бүләк итте. Ҡоҙасалар менән сәй эсеп алғас, ҡайтырға сыҡтыҡ.
Бер мәл Наил олатайым шылтыратып: «Әле генә һөйөнсөләнеләр, бейәбеҙ ҡолонлаған», – тине.
Бына бит нисек! Бер юлы ике шатлыҡ! Мин еңгәйле лә, ҡолонло ла булдым.

Алтынай АҠМАНОВА,
IV «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Фото: nashasvadba56.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: