+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Сентябрь 2021, 12:10

Павловкала ял иттек

Был каникулымды ла көтөп алдым.

Павловкала ял иттек
Павловкала ял иттек

Июнь айының башында Нуриман районының Павловка һыуһаҡлағысына ялға барып ҡайттыҡ. Тәбиғәте матур, мөғжизәле урманы, сылтырап аҡҡан шишмә-йылғалары, бейек тауҙары, ҡая-таштары һоҡландырҙы. Атай-әсәйем һәм ҡустым менән бергә Ҡыҙыл­ҡаяға менеп, тирә-яҡҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ. Унан һуң Ҡариҙел йыл­ғаһында кәмәлә йөрөнөк. «Ҡыҙыл шишмә» паркында булыу ҙа бик оҡшаны. Ундағы тәбиғәт иҫ киткес матур ине.
Үҙебеҙҙең район һабантуйын асыу тантанаһында ла ҡатнаштым. Ниндәй генә ярыштар үткәрелмәне! Атта, пониҙа һыбай йөрөнөк. Күңелле бул­ды!
Йәйге каникул мәлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған гимнастик акробатика буйынса ярышта икенсе урын яулап ҡыуандым. Өләсәйем менән ҡартатайым янында ла булдым. Уларға ярҙам итергә лә онотманым: баҡсалағы йәшелсәләргә һыу ҡойҙом, һыйыр-һарыҡтарҙы көтөүҙән ҡар­шыланым.

Илзирә АБДРАХМАНОВА.
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: