+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
18 Сентябрь 2021, 16:00

Тейен матур ине

Минең ялым да әсәйем һәм туғандарым менән ауылда өләсәйемдә үтте.

Тейен матур ине
Тейен матур ине

Быйылғы йәй бигерәк эҫе булды. Шундай көндәрҙең береһендә ер еләге йыйырға киттек. Тәбиғәттең матурлығына һоҡлана-һоҡлана аҡланға барып еттек. Инде еләк йыя башлағайныҡ, ҡустым ашарға һорап, мыжый башланы. Уны ағас күләгәһенә ултыртып, һыйлап алдыҡ. Шул саҡ ни күрәм: тейен китеп бармаһынмы! Үҙе шул тиклем матур, тотоп алғы килде. Бигерәк йылғыр икән. Күҙ асып йомған арала ағастың иң бейегендә ултыра ине. Үҙенә оҙаҡ ҡына иҫем китеп ҡарап торҙом.
Өйгә мәтрүшкә, ялан сәскәләре алып ҡайттыҡ, өләсәйгә гөлләмә бүләк иттек, бик шатланды. «Ҡыш көнө ошо үләндәрҙән яһалған хуш еҫле сәйҙәр эсербеҙ, Аллаһы Тәғәлә бойорһа», – тине ул. Ә еләктән тәмле генә бәлеш бешереп ашатты.

Дилара РӘХИМОВА.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: