+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Сентябрь 2021, 11:05

Бөрйәнгә ҡунаҡҡа барҙым

Быйылғы ялым да матур уҙҙы.

Бөрйәнгә ҡунаҡҡа барҙым
Бөрйәнгә ҡунаҡҡа барҙым

Дуҫтарым менән тәбиғәткә сыҡтыҡ, йыл­ға-күлдәрҙә һыу индек, төрлө уйындар уйнаныҡ.
Башҡортостандың иң матур тәбиғәтле Бөрйән районына ҡунаҡҡа ла барҙым. Еләк-емеш йыйып, баҡсала өләсәйемә ярҙам иттем. Олатайым менән урманға барҙыҡ. Унда шул тиклем рәхәт, күңелле! Был яҡтың тәбиғәте иҫ киткес: хуш еҫле сәскәләр күҙҙең яуын ала, ҡоштар һайраша. Бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Аҡланда йыйған файҙалы үләндәр менән сәй эстек. Тәбиғәттә ял итеп кенә ҡалманым, әсәйемә өй эштәрендә лә ярҙамлаштым, бәләкәй ҡустымды ҡараштым.
Йәй һиҙелмәйенсә үтеп тә китте. Һағынырмын инде үҙен.

Риана ТӘМИНДӘРОВА.
II синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: