+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
26 Сентябрь 2021, 11:20

Аҡса ҡәҙерен белдем

Быйылғы йәйге каникулым башҡа йылдар­ҙағыһынан күпкә айырылып торҙо.

Аҡса ҡәҙерен белдем
Аҡса ҡәҙерен белдем

Сөнки ялымда эшкә урынлаштым. Ә бит уны табыу еңел түгел.
Башта үҙемә танышыраҡ булған, төҙөлөшкә, һатыуға бәйле эштәрҙе эҙләнем. Әммә студенттар өлгөрөрәк булып сыҡты: буш урындар ҡалмаған ине. Күп уйлап тормай, атай-әсәйемдең ҡаршы булыу­ҙарына ҡарамай, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тинем дә официант булып кафеға эшкә төштөм. Минең өсөн бөтөнләй ят һөнәр булһа ла, тәүәккәлләп, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Ә бы­лай эш графигы оҡшаны. Кесаҙна, йома һәм шәмбе көндәрендә генә эшләйһең, ә ҡал­ған көндәрҙә бушһың. Кафеға килгәс тә шуға хайран ҡал­дым – бында ашнаҡсы булып йәш кенә егеттәр эшләп йөрөй ине.
Иң тәүҙә хужа минең менән әңгәмә үткәрҙе, тәртип менән таныштырып сыҡты. Эш еңелдән түгел икән, официант булыр өсөн дә ҡырҡ иләк аша үтеп, булдыҡлылығыңды күрһәтергә кәрәк. Кафела талаптар ҙа ҡаты ине. Йылмайып аш күтәреп йөрөү генә аҙ әле: менюларҙы яттан белергә, ризыҡты ваҡытында алып килергә тейешһең. Бушаған һауыт-һабаларҙы тиҙ генә алып китергә, өҫтәлдең таҙалығын ҡарап торор­ға, һәр ҡунаҡтың ихтыяждарын иҫәпкә алырға һәм башҡалар. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөп арытылһа ла, мин эште булдыра алыуым­дан ҡәнәғәт инем.
Ғөмүмән әйткәндә, миңә кафела официант булып эшләүе оҡшаны. Аш-һыу серҙәренә өйрәндем, уны­һына ин­де бигерәк тә әсә­йем шатланды. Тәжрибәле ашнаҡсылар менән таныштым, яңы дуҫтар таптым. Үҙем­дең тир түгеп эшләп тап­ҡан аҡсаның ҡәҙерен белдем. Ә инде иң мөһиме – яңы һөнәр үҙләштерҙем. Киләсәктә бының фай­ҙаһы тейер, тип ышанам.

Рифат СӘЙЕТҒӘЛИН,
IX синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы
Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: