+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
26 Сентябрь 2021, 16:25

Өләсәйем менән олатайым янында

Йәйге оҙон каникулымды ауылда өләсәй-олатайым янында үткәрергә яратам.

Өләсәйем менән олатайым янында
Өләсәйем менән олатайым янында

Улар менән миңә күңелле! Өләсәйем быйыл илле баш ҡаҙ бәпкәһе алғайны. Мин иртә таңдан тороп, уларҙы ҡараштым. Ә көтөү китеү менән өләсәйем яңы һауған һөтөн айырта. Шул сағында мин ҡаймаҡ менән дә һыйланам. Телеңде йоторлоҡ тәмле бит ул! Беҙ өләсәйем менән ҡаймаҡ, күрше апай индергән бал менән сәй эсәбеҙ.
Ауылда йәй көнө эш бик күп. Баҡсала сүп утайбыҙ, түтәлдәргә һыу һибәбеҙ, еләк йыйып, ҡайнатма яһайбыҙ.
Олатайым беҙҙе балыҡ тоторға һәм шулай уҡ Ҡандракүлгә һыу инергә алып барҙы. Унда Күпер тигән урын бар. Һыуы бигерәк таҙа, йылы. Иғтибар менән ҡараһаң, күл төбөндә төрлө-төрлө балыҡтар күренә.
Күлдең уртаһында аҡҡоштар йөҙә, ә күктә аҡсарлаҡтар оса. Был матурлыҡҡа һоҡланып, оҙаҡ ҡына ҡарап торам...
Төнгөһөн йоҡларға ятҡас, өләсәйем миңә әкиәттәр һәм үҙенең бәләкәй сағында булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләй. Күҙҙәрем йомолғансы ҡыҙыҡһынып тыңлайым.
Бына шулай матур ял итеп, сынығып, көс йыйып, мәктәпкә барҙым.

Диана ВӘЛИЕВА, III «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: