+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
16 Октябрь 2021, 09:45

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Ниһайәт, «Минең өс айым» тип исемләнгән йәйге конкурсҡа йом­ғаҡ яһар ваҡыт етте.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Әйтергә кәрәк, бәйге әүҙем генә барҙы. Ҡыҙыҡ йөкмәткеле күп кенә хаттар алдыҡ. Уларҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡты. Шуныһы ҡыуандырҙы, бәйгеселәр араһында хатта икешәр мәҡәлә яҙып ебәреүселәр ҙә бар ине. Шулай итеп:
I урын – Рифат СӘЙЕТҒӘЛИН (Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия), «Аҡса ҡәҙерен белдем» мәҡәләһе өсөн;
II урын – Илгизәр БОХАРБАЕВ (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 4-се мәктәп), «Салют»тан – яҡшы кәйеф менән!», Айгиз МӘҮЛИТОВ (Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы), «Себештәр ҙә ҡарайым, картуф та күмәм» һәм «Гәзитле йәйем»;
III урын – Розалиә КИРИЛОВА, «Бәрәстәр миңә эйәреп йөрөй» һәм Тамерлан ЗАРИПОВ (Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе), «Бүләккә – өсәр өйрәк», Айгизә АБЗАЛОВА (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), «Сихри сәйәхәт».
Ә бына Сәлим ҒӨБӘЙҘУЛЛИНға (Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп), «Рухланып, дәртләнеп ҡайттым», Розалиә СУРАҒОЛОВАға (Өфө ҡалаһы, 82-се мәктәп), «Быҙауға һөт эсерҙем» мәҡәләһе өсөн дәртләндереү призы тапшыраласаҡ.
Бәйгегә иң тәүге булып хатын ебәргән Алтынай АҠМАНОВА (Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) «Сайран»дағы бер көнөм» мәҡәләһе өсөн махсус бүләк аласаҡ.
Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: