+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
10 Июнь 2022, 14:35

«Минең өс айым»

Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Һәр йәй һайын үткәрелә торған «Минең өс айым» конкурсын башлайбыҙ.

Эй, күңелле, бөтәгеҙ ҙә көтөп алған иң оҙон каникул етте! Уны һәр кем үҙенсә уҙғара инде. Көнө генә матур торһон. Ҡояшы ла кәрәк, ямғыры ла.
Өс ай буйына ниҙәр эшләйәсәкһегеҙ? Ялығыҙҙы нисек үткәрәсәк­һегеҙ? Һеҙҙе ҡайҙа сәйәхәт көтә? Тиҙҙән емеш-еләк тә бешер. Көндәр йылы торһа, рәхәтләнеп һыу инергә, ҡояшта ҡыҙынырға була. Ауыл малайҙары көтөүгә лә сығыр, балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөр әле. Ана шул ваҡытта берәй ҡыҙыҡлы ғына йәки мажаралы хәлгә тарып та ҡуяһың. Был турала «Йәншишмә» гәзитенә яҙып ебәрергә онотмағыҙ, йәме.
Бәйге 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Редакцияға килгән ҡыҙыҡлы хаттарҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә баҫыласаҡ, сайтҡа ла ҡуйыласаҡ. Яҙған әйберегеҙ сифатлы фото менән булһа, тағы ла һәйбәт.
Йәгеҙ әле, кемегеҙ башлап ебәрер икән бәйгене?! Иң тәүге булып килгән хат авторын да бүләк көтә.
Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамотаһы, иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: