+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
18 Июнь 2022, 10:50

Атта йөрөргә яратам

Уҡыу йылы тамамланыуға әсәйем миңә бик шәп бүләк эшләне. Ниндәй, тиһегеҙме? Күптән инде ипподромда ат ярыштарын ҡарарға теләй инем. Ура, хыялым тормошҡа ашты!

Атта йөрөргә яратам
Атта йөрөргә яратам

Әсәйем: «Әйҙә әле, мин һине бер ергә алып барам», – тине. Ныҡышып һораһам да, ҡайҙа икәнен әйтмәне. Баҡтиһәң, «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡорт­остан» чемпионатын асыу тантанаһы икән. Шунда юл тоттоҡ.
Байрамды бик матур ойошторғандар. Балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар үткәрҙеләр, бушлай шар­ҙар, туңдырма һәм тәмле-тәмле һыуҙар тараттылар. Ә аттар­ҙың ярышын ҡарау үҙе бер онотолмаҫлыҡ иҫтәлек булды. Элек ипподромға инеү өсөн түләргә кәрәк булһа, был юлы бөтә нәмә лә бушлай ине. Әсәйемә ошондай байрам­ға алып барғаны өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә.
Асҡар мәктәбендә уҡы­ғанда «Юрға» спорт мәктәбенә йөрөй торғайным. Хатта бер бәйгелә ҡатнашып, үҙ тиҫтерҙәрем ара­һында беренсе урын яулағайным. Өфөгә гимназияға уҡырға күскәс, каникулға ҡайтҡан мәлдәремдә үҙемдең менеп йөрөгән аттарым­дың хәлен белеп китәм.
Ипподромда ярыштарҙы ҡарағас, атта йөрөү теләгем тағы ла көсәйҙе. Мөмкинлек булыу менән был шөғөлөмдө дауам итәсәкмен. Бәлки, ошондай ҙур бәйгелә лә ҡатнашырға насип булыр әле, кем белә?!

Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт
интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: