+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
29 Июнь 2022, 16:50

Беҙ уҡыуҙан арыманыҡ

Йәйҙең тәүге көнөнән үк гимназиябыҙҙың бер төркөм һәләтле балалары Өфө ҡалаһына уҡырға юлланды. «Ни өсөн каникулда ял итмәйҙәр?» – тип аптырар ҡайһы берәүҙәр. Беҙ уҡыуҙан арыманыҡ, шуға ла ихлас риза булдыҡ.

Беҙ уҡыуҙан арыманыҡ
Беҙ уҡыуҙан арыманыҡ

«Аврора» балалар һәм йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү үҙәге 10 көнлөк дәрес ойошторҙо. Унда март айында дистанцион рәүештә алған белемебеҙҙе нығыттыҡ.
Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Генетика һәм биомедицина», «Агросәнәғәт һәм биотехнология» буйынса эҙләнеү эштәре яҙып, бай һәм заманса йыһазландырылған лаборатория бүлмәләрендә төрлө тәжрибә үткәреп, бик күп файҙалы мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайттыҡ. 10 көнлөк сменала яңы дуҫтар таптыҡ, күпте белеп өлгөрҙөк. Синыфташтарым Эвелина Ҡотләхмәтова, Азамат Хәсәнов, Нәркәс Хәмиҙуллина, VII синыфтан Айлина Ғәзиева, IV синыфтан Әлиә Ғәлиева менән бергәләп ҡатнаштыҡ. Төркөмөбөҙҙөң етәксеһе Эльза Хафиз ҡыҙы Шәймәрҙанова ябай ғына итеп нисек презентация эшләргә, төрлө таблицала һәм һыҙмалар эшләү серҙәренә төшөндөрҙө. Сығыш яһағанда нимәгә иғтибар итергә, эҙләнеү эшенең дөрөҫ төҙөлөшөн өйрәтте.
Беҙҙең менән һәр саҡ бер тулҡында булған гимназиябыҙҙың һәләтле, өлгөр биология һәм экология уҡытыу­сыһы Илнур Ризат улы Мәҡсүтов дәртләндереп, аҡыллы кәңәштәр биреп торҙо. Смена башында сәскән үҫентеләрем унынсы көнгә гөрләп үҫеп китте. Өйгә ҡайтҡас, эҙләнеүҙе дауам итеп, һығымта яһарға кәрәк әле.
Бына шулай шәп башланып китте минең йәйге каникулым.

Лиана ЙӘЛИЛОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: