+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
2 Июль 2022, 11:05

"Йәншишмә"ле каникул

Быйылғы йәйҙе айырыуса ҙур түҙем­һеҙлек менән көтөп алдым. Сөнки өйөбөҙгә июнь айынан «Йәншишмә» гәзите килә башланы. Хәҙер ул – минең ярат­ҡан баҫмам.

"Йәншишмә"ле каникул
"Йәншишмә"ле каникул

Республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе балаларҙың ижадын яратып уҡыйым, бигерәк тә «Тирмәкәй» бите оҡшай. «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашырға квитанциямды ла ебәрҙем. Кем белә, бәлки, бүләк тә отоп ҡуйырмын. Шундай шәп гәзит менән дуҫлаштырғаны өсөн әсәйемә ҙур рәхмәт. Ул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Синыфташтарым, дуҫтарым араһында башҡорт балалары булмаһа ла, күңелемдә уларҙы ла «Йәншишмә» менән таныштырыу теләге уянды. Был хаҡта әсәйемә әйткәйнем, ул да мине хупланы. Йәй башынан мәктәбебеҙҙә көндөҙгө лагерға йөрөй башлағайныҡ. Шулай бер көндө үҙем менән «Йәншишмә»не алып килдем. Сағыу, матур был гәзитте барыһы ла оҡшатты, ҡат-ҡат ҡарап сыҡтылар. Гәзит хаҡында һөйләп тә биргәс, ҡыҙыҡһыныуҙары тағы ла арта төштө. Күптәре башҡорт телен ныҡлап өйрәнергә кәрәк, тигән фекергә килде. Гәзит менән фотоға ла төшкәс, күңелдәре тағы ла күтәрелеп китте. «Йәншишмә» шулай ҡанатландыра ла ул!
Мауыҡтырғыс, фәһемле сараларға бай булған көндөҙгө лагерь ҙа тамамланды. Әммә моңһоуланып ултырырға ваҡыт юҡ. Алда мине оҙон каникул көтә. Ул мотлаҡ күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ буласаҡ. Сөнки «Йәншишмә»ле ялдың башҡаса булыуы мөмкин түгел.

Илназ ЗАКИРОВ,
III синыф уҡыусыһы.
Бәләбәй районы,
Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп.

"Йәншишмә"ле каникул
"Йәншишмә"ле каникул
"Йәншишмә"ле каникул
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: