-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
12 Июль 2022, 09:40

Йәйҙең тәүге байрамы

Июнь – байрамдарға бай мәл. Туймазы ҡалаһында һабантуй гөрләп уҙҙы. Бигерәк тә балалар өсөн үткәрелгән ярыштар төрлөлөгө менән ылыҡтырҙы, йылдағыса, улар яҡшы ойошторолғайны.

Йәйҙең тәүге байрамы
Йәйҙең тәүге байрамы

Оҫталар йәрминкәһен ҡы­ҙыҡһынып ҡарап сыҡтым. Кейеҙҙән – картиналар, бисерҙан эшләнгән биҙәүестәр, йомшаҡ уйынсыҡтар, эксклюзив күлдәктәр... Унда күп һоҡланғыс әйбер­ҙәр бар ине. Икенсе яҡта Самауыр байрамы бара. Өҫтәлде ялтырап торған самауыр һәм милли ризыҡтар, шифалы үләндәр биҙәй. Бында милли ризыҡтар менән тәмле сәй эсеп алырға ла мөмкин булды.
Ярыштарҙың ниндәйе генә юҡ: бағанаға менеү, тоҡ кейеп йүгереү, армрестлинг, гер күтәреү... Бы­йыл беренсе тапҡыр «Ауҙарыш» бәйгеһе ойошторолдо. Белореттан килгән ҡунаҡтар оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Унда Илфат Назарбаев еңеүсе булды.
Һабантуйға тағы ла бер матур яңылыҡ индергәндәр, мин шул ярыш барған ерҙән тиҙ генә үтеп китә алманым. Бында «Ҡаңлы» һәм «Йылан» ырыуҙарынан бишәр егеттән торған командалар көс һынашты. Улар тәүҙә «Тартыш-этеш» тип аталған бәйгелә ярышты. Мин үҙебеҙҙең «Ҡаңлы» төркөмө яҡлы инем. Уларҙың беренсе ярышсыһы еңелгәс, ныҡ ҡыйын булды. Атай беҙгә: «Еңелеп барғандар өсөн көйәрмән булып тормағыҙ инде, әйҙә, ары киттек!» – тиһә лә, әсәй менән был урындан ҡуҙғалырға ашыҡманыҡ. Икенсе бәйге башланды. Ике егет бүрәнә ярҙамында бер-береһен түңәрәктән этеп сығарырға тейеш. Уф, беҙҙең команда тағы еңелде. Киләһе ярыш суҡмар ыр­ғытыу ине. Бында ла «Ҡаңлы»­лар көслө булып сыҡты. Йәнһү­рәт­тәр­ҙән генә белгән суҡ­марҙы күреп, һушым китте! Шундай ҙур! Ә егет­тәр уны еңел генә күтәреп һел­тәй! Арҡан тартышыу ҙа бик көсөргәнешле барҙы. Бер тапҡыр «Йылан», ике мәртәбә «Ҡаңлы» еңде. Бүрәнә ауҙарыш ярышында ла беҙҙекеләр уңышҡа иреште. Ныҡ ҡыуандырҙылар! Уларҙың көйәрмәне булыу миңә бик оҡшаны.
Икенсе көндө үҙебеҙҙең Биш­ҡурайҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ойошторолдо. Ялан­ға милли ризыҡтар тулы оҙон өҫтәлдәр ҡуйылған. Уртала самауыр ҡайнап ултыра. Һәр урам үҙенә бүленгән урынды милли балаҫтар, сигелгән әйберҙәр менән биҙәгән. Унда боронғо ҡулланышта булған еп эрләгес, ҡыуыҡлы лампа, еҙ ҡомған, боронғо сепараттар ҡуйып, күргәҙмә ойошторолдо. Был матурлыҡҡа һоҡланып йөрөгән ауылдаштарҙы ихлас күңелдән сәй эсереп, тәмле ризыҡтар менән һыйлап та ебәрәләр. Беҙҙе лә элек йәшәгән Тау арты урамы өҫтәленә ҡунаҡҡа саҡырҙылар, тәмле ҡыҫтыбый, бәлештәр менән һыйланылар.
Өлкәндәр үҙешмәкәр артистар­ҙың концертын ҡарап ҡыуанды, бала-сағалар ҡыйыҡ бағанаға менеп, тоҡ кейеп йүгереп, сүлмәк ватып, бүләктәр алды. Апайҙар йәш саҡтарын иҫләп, көйәнтәләп һыу «ташыны». Айзат ағайым менән беҙ ҙә: «Кескәй саҡтан уҡ көйәнтәләп һыу ташыным, тип әйтәһең, әйҙә, күрһәт әле, онотманыңмы икән?»– тип әсәйҙе шул ярышҡа сығарҙыҡ. Бер йәшерәк килен менән тура килгәс, тәүҙә борсолғайныҡ, аҙаҡ әсәйем еңгәс, бик шатландыҡ.
Йәмле йәйҙең тәүге байрамдары шаулап уҙҙы. Күңелдәрҙә шул шауҡым оҙаҡ һаҡланыр әле.

Айгизә АБЗАЛОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: