+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Июль 2022, 09:40

Ялы ла, эше лә бергә

Уҡыу йылын яҡшы билдәләргә генә тамамланым, көҙөн IV синыфҡа барам. Йәйге ялымдың тәүге айы үтеп, икенсеһе башланды. Нимәләр эшләп өлгөрҙөм һуң өс айымдың тәүгеһендә?

Ялы ла, эше лә бергә
Ялы ла, эше лә бергә

Тәүҙә әсәйем менән баҡсабыҙҙы тәртипкә килтерҙек. Йыл һайын матур, күҙ яуын алырҙай сәскәләр үҫтерәбеҙ. Мәктәбем үткәргән «Сәскәләр» конкурсында призлы урын алып ҡыуанам. Өйҙә лә сәскә ата торған гөлдәр үҫтерәм, уларҙы тәрбиәләргә әсәйем өйрәтә.
Бесәйемдең биш балаһы бар – был мыяуҡайҙарҙы ҡарау ҙа минең елкәлә. Көн дә йылы һөт менән һыйлайым, ашатам. Ваҡыт табып, ишек алдында улар менән уйнайым. Һәр береһенә ҡушаматтар ҙа бирҙем.
Әсәйем ҡаҙ бәпкәләре һатып алды. Үҙҙәрен ата ҡаҙ менән талаша-талаша тәрбиәләйем. Хәҙер ҙурайҙылар инде. Көн дә ҡаршылағы тауға алып менеп, үлән ашатам, йылғаға төшөрөп йөҙҙөрөп алам. Шулай тырышам. Әсәйем менән атайым эштә саҡта мин – улар­ҙың ҙур ярҙамсыһы. Хәлемдән килмәгән эштәрҙе ағайҙарыма ҡалдырам.
Кис етһә, яратҡан сәскәләремә һыу һибәм, түтәлдәрҙе утайым. Картуф баҡсаһын да таҙа тотабыҙ. Эҫе көндәр­ҙә Урал йылғаһында һыу инәм, ҡомда ҡыҙынам. Кисен ҡул эшем бар, алмас мозаикаһынан картина эшләйем. Ваҡ эш, шулай ҙа яратып башҡарғас, бик матур килеп сыға.
Әле еләк-емештәр бешә башланы, уларҙан тәмлекәстәр әҙерләргә уйлайбыҙ. Ә өсөнсө айымда бесәнгә төшөргә йыйынам. Унда ла мин кәрәк буласаҡмын. Бесәнде беҙ күмәкләп эшләйбеҙ.
Минең өсөн ялы ла, эше лә бергә.


Алтынай СИТДИҠОВА.
Учалы районы, Ташҡыя ауылы.

Ялы ла, эше лә бергә
Ялы ла, эше лә бергә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: