+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
19 Июль 2022, 12:15

"Йәйләү"ҙе һағынырбыҙ инде

Күптән көткән йәйге каникулымдың бер айы уҙып та китте. Ә ул нимәһе менән иҫтәлекле булды һуң? Мин гимназиябыҙҙа ойошторолған «Йәйләү» лагерында ял иттем. Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтте. Һеҙгә шул турала һөйләйем әле.

"Йәйләү"ҙе һағынырбыҙ инде
"Йәйләү"ҙе һағынырбыҙ инде

Лагерға килгәс, көн дә саф һауала зарядка яһайбыҙ, унан һуң гимназияның ашнаҡсы апайҙары бешергән тәмле бут­ҡа ашайбыҙ. Һыйланып алғас, иң күңелле, ҡыҙыҡлы саралар башлана.
Беренсе көндө 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө булды. Беҙҙе кинотеатрға йән­һүрәт ҡарарға алып барҙылар. Унан ҡайтҡас, төрлө уйындар уйнаныҡ, ял иттек.
Икенсе көндө, йола буйынса, ике ырыуға бүлендек. Шунан бергәләп гәзит сығарҙыҡ. Лагерҙы асыу көнөндә һәр ырыу үҙҙәренең исеме, йыры, девизы һәм гимны менән таныштырҙы.
Район һабантуйында беҙҙең команда милли уйындарҙа ҡатнашып, беренсе урын алды. Беренсе көндө ҡойоп ямғыр яуа ине. Беҙгә ул ҡамасаулай алманы.
Район китапханаһында ла булдыҡ, ойошторолған күргәҙмәне ҡараныҡ, викторинала ҡатнаштыҡ. Ямғырһыҙ көндә спорт майҙансығында үҙебеҙ ярыштар ойошторҙоҡ, волейбол, футбол уйнаныҡ.
«Йәйләү һылыуҡайы» конкурсына ҡыҙҙар бик етди әҙерләнде. Улар үҙ һәләттәрен бар яҡлап та күрһәтте, ә баһалама ағзалары лагерҙың малайҙары булды. Бик матур, сағыу байрам килеп сыҡты.
Театр көнө ойошторҙоҡ. Мә­ҙәниәт йортонан фольклор етәксеһен саҡырып, оҫталыҡ дәресен алып, «Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштерҙек.
Рәсәй көнөн үткәреүгә лә ныҡлы әҙерләндек. Бөтәбеҙ ҙә аҡбур менән асфальтта Рәсәй флагын һүрәтләнек, гимн башҡарҙыҡ.
Малайҙар өсөн «Йәйләү батыры» бәйгеһе лә шәп үтте. Улар үҙҙәренең һәләттәрен күр­һәтеп, төрлө һынауҙар алдында ҡаушамай, сәмләнеп ярышты.
Бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн дә иҫтәлекле итеп уҙғарҙыҡ. Уның тураһында фильм ҡараныҡ, «Салауат батыр» йырын йырлап, берәүҙәр ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап, милли уйындарҙа ҡатнаштыҡ.
Яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа арналған көн дә матур булды. Уның шиғыр­ҙарын яттан һөйләнек, биографияһына арналған презентация ҡараныҡ.
Ә бер көндө лагерға кинолог килде. Ул үҙенең һөнәре менән таныштырҙы һәм эттәр­ҙе нисек ҡулға өйрәтергә кәрәклеген күрһәтте. Һуңынан туғайға экскурсияға барып, төрлө үлән­дәр йыйҙыҡ, бөжәктәрҙе өйрәндек.
Беҙгә район мәҙәниәт йортонда булған Стәрлетамаҡ баш­ҡорт драма театры артис­тары сығышын ҡарау бәхете лә тейҙе. Әкиәт барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны. Тағы ла гимназияла «Һеңлекәш» фильмын ҡараныҡ.
Лагерҙың һуңғы көнөндә төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, ярыштар ойошторҙоҡ. Үткәрелгән сараларҙа әүҙем бул­ғандар араһында иң күп мәрәй йыйыусылар билдәләнде. Улар­ҙы ҡотланылар, бүләктәр бирҙеләр. Йырҙар йырлап, дәртле итеп бейенек, тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Шулай итеп, күңелле ялым гөрләп үтеп тә китте. «Йәйләү»ҙе һа­ғынырбыҙ инде.
Лагерҙа эшләгән барлыҡ тәрбиәселәргә, тәмле итеп ашарға бешереүсе ашнаҡсы апайҙарға ҙур рәхмәт әйтке килә.

Карина ҒИЗӘТУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

"Йәйләү"ҙе һағынырбыҙ инде
"Йәйләү"ҙе һағынырбыҙ инде
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: