

Тауҙың башында сәксәк ашатып, ҡымыҙ эсерҙеләр. Һуңынан концерт ҡарарға барҙыҡ. Ул бик матур ойошторолғайны. Дәртле итеп бейенеләр ҙә, моңло итеп йырланылар ҙа...
Ҡоролған күркәм тирмәләрҙе ҡараныҡ. Әсәйем кешеләрҙән Шәмсинур инәй ҡайҙа йәшәгәнен һорашҡас, улар: «Электр урамында, әле үҙе анау иң остағы тирмәлә ағинәйҙәр менән йөрөп ята ине», – тине. Шунда киттек. Унда ла инәйҙе осрата алманыҡ. Яңы ғына өйөнә ҡайтып киткән икән. Кешеләрҙән һораша-һораша, инәйҙең йәшәгән йортон эҙләп таптыҡ.
Бик ихлас ҡаршы алды ул. Беҙгә тәмле итеп сәй эсерҙе. Һуңынан әсәйгә үҙенең бәләкәй саҡта күргәндәрен, һуғыш ваҡытындағы ауыл тормошо тураһында һөйләне. Әсәйем барыһын да яҙып алды. Әле Шәмсинур инәйгә – 87 йәш, шулай булһа ла, хәтере шәп. Бергәләп иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.
Кис еткәс, Әбделкәримдәге өләсәйемдәргә юл тоттоҡ. Унда ял итеп алғас, ҡайтырға уйлағайныҡ, ҡот осҡос йәшен башланмаһынмы! Йоҡларға ҡалдыҡ. Иртәгеһенә өмә булды. Әсәй, Әлфиә инәй, Ынйыҡай апай, Наил олатай тәҙрә буяны.
Ҡайтышлай Баймаҡтан ҡаҙ бәпкәләре һатып алдыҡ. Бигерәк матурҡайҙар үҙҙәре! Улар хәҙер ҙурайып та китте инде.
Кәримә АҠМАНОВА, I «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы