+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Июль 2022, 10:30

Мин нисек олатай менән өләсәйҙән һабаҡ алдым?

Олатайымдың тыуған яғына – Әтек ауылының 100 йыллығына саҡырыу алдыҡ. Бүләкһеҙ барып булмай инде. Атайым менән бергә алдан концерт номерҙары әҙерләнек. Мин синтезаторҙа «Һалдаттар», «Эй, туған тел»де уйнаным, ә ул моңло тауышы менән ҡушылып йырланы.

Мин нисек олатай менән өләсәйҙән һабаҡ алдым?
Мин нисек олатай менән өләсәйҙән һабаҡ алдым?

Шул тиклем күп кешеләр алдында тәүге тапҡыр сығыш яһаным. Ныҡ тулҡынландым, әммә күңелем бик шат ине. Атайым да ҡәнәғәт булды. Стәрлетамаҡта сәнғәт буйынса белем алған, баянда, аккордеонда, синтезаторҙа бик оҫта уйнай бит үҙе. Миңә унан маҡтау һүҙҙәре ишетеү һәләтемә ҙур баһа ине.
Икенсе көндө атай-әсәйем: «Һиңә кейемдәр ҙә алырға кәрәк буласаҡ», – тип ҡалаға алып китте. Беҙ «Ирәмәл» сауҙа үҙәгенә юл тоттоҡ. Мин унда рәхәтләнеп кейем һайланым. Кинолағыса, әле береһен, әле икенсеһен кейеп ҡарап, көҙгө алдында өйрөлдөм. Тәүҙә бик мөкиббән китеп ҡарап торһалар ҙа, атайым менән әсәйем тиҙ арыны. Шулай ҙа түҙҙеләр инде.
Мин әйбер һайлап бөткәс, атайым менән әсәйем ҡаршыһына килеп баҫтым. Уларға заманса кейемдәр таныш булһа ла, минең яңы образымды күргәс, тәрән тынлыҡ урынлашты... Әсәйем телһеҙ ҡалды, ә атайым бер ултырҙы, бер торҙо... Икеһе лә ни әйтергә белмәне. Ярай әле атайым ҡотҡарҙы. Ризалығын белдерҙе.
Өйгә ҡайтҡас, мине кискеһен өләсәй ҡунаҡҡа саҡырҙы.
– Йәйге каникулыңда беҙҙең эргәлә лә ял итеп ал, – тине ул.
Өләсәй менән олатайға ярҙам итеп, эштәр бөткәс, өҫтөмдө алыштырып, тышҡа сығырға уйланым. Яңы кейемемде күргәс:
– Балам, был нимә ул? – тип аптыраны былар.
– Гранж оверсайз стилендә тегелгән кейем, – тинем дә тышҡа сыҡтым. Унда оҙаҡ йөрөй алманым. Салбарҙың бөтә тишектәренән ел үтә башлағас, өшөп, өйгә кире индем. Йылы юрған аҫтында китап уҡып ятҡан килеш йоҡлап киткәнмен. Иртәнге сәйгә өләсәй саҡырғанға уяндым. Китабым өҫтәлдә, уҡып туҡтаған биткә еп һалып ҡуйылған. Өләсәйем менән олатайымдың кәйефтәре шәп ине.
Өләсәйем:
– Ҡыҙым, яҡшы йоҡланыңмы? Китабыңды уҡып бөттөңмө? Шулай битеңде ҡаплап йоҡлаһаң, бик белемле булырһың, – тип шаяртып та алды.
Сәй эсеп алғас, иҙәндәрен йыуҙым да ҡайтырға йыйына башланым. Кейемдәремде алып ҡараһам, үҙ күҙемә үҙем ышанмай торҙом. Гранж салбарымдың бер тишеге лә ҡалмаған, кемдер яҡшылап ямап ҡуйған. Оверсайз кофтам тәнгә һыланып торған кардиганға оҡшап ҡалған ине. Аптырап, ни эшләргә белмәй, ҡып-ҡыҙыл алма шикелле булдым. Шул ваҡытта олатай:
– Беҙҙе, алты балаһын, әсәй Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла тишек кейем кейҙереп йөрөтмәне. Һуғышта контузия алып ҡайтҡан атай үҙенең «Зингер» машинаһында ауыл хал­ҡына ла тегеп, ямап бирә ине, – тине.
Был минутта мин үҙем өсөн генә түгел, ә бөтә дөнъя модаһы өсөн дә ҡыҙарған кеүек булдым.
Өйгә килеп ингәс, атайым менән әсәйем мине күреп, башта өнһөҙ ҡалды, шулай ҙа бер аҙ торғас, рәхәтләнеп көлөп ебәрҙеләр һәм ғорурланып:
– Олатай менән өләсәй баланы бер кистә тәрбиәләй алған, – тип белдермәһендәрме!
Бына шундай һабаҡ, тәрбиә алдым олатай менән өләсәйҙән.

Ландыш РАМАҘАНОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: