+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
30 Июль 2022, 12:20

Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау оҡшаны

Мәктәбебеҙҙә ойошторолған «Хәйбулла мираҫтары» тип аталған йәйге лагерҙа булдым. Алты отрядта 170 бала кинәнеп ял итте. Ә беҙҙеке «Ынйылар» тип аталды.

Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау оҡшаны
Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау оҡшаны

Һәр көнөбөҙ иртәнге физзарядка менән башланып, ашнаҡсыларҙың тәмле ашынан һуң һәр отряд төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашты. Беҙҙең өсөн әллә күпме ҡыҙыҡлы кисәләр, осрашыуҙар, квест уйындары, ярыштар, флешмобтар үткәрелде. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнап һәр отряд төрлө милләттең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, милли кейемдәрен, аш-һыу төрҙәрен өйрәнде. Башҡорт, урыҫ, тажик, удмурт һәм сыуаш халыҡтарының милли үҙенсәлектәрен белдек. Смена аҙағында тикшеренеү проектын яҡланыҡ.
Беҙҙең өсөнсө отрядҡа тажик милләте тура килде, уларҙың халыҡ йыр­ҙарын, бейеүҙәрен өйрәндек, халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙек. Ә бер көндө хатта Яңы Ергән ауылында йәшәгән тажик халҡы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙек.
Халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында мәктәп янында бик күңелле балалар һабантуйы уҙҙы. Ағинәйҙәр беҙгә Таналыҡ йылғаһы буйында «Ҡарға бут­ҡаһы» байрамы ойошторҙо. Шулай уҡ төркөмдәргә бүленеп, «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Осто-осто... », «Бесәй менән сысҡан», «Үгеҙ йөҙөк», «Йәшерәм яулыҡ» башҡорт халыҡ уйындарын өйрәнеп, рәхәтләнеп уйнаныҡ. «Юшан» халыҡ инс­трументаль ансамбле ағ­залары килеп, ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡу­мыҙ, гармун серҙәренә өйрәтте. Миңә ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау бик оҡ­шаны.
Беҙҙең төркөм тәрбиәселәре Ғилминур Ишбулды ҡыҙы һәм Милена Дәмин ҡыҙы Күскилдиналар һәр көнөбөҙ файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн бар көстәрен, тырышлыҡтарын һалды. Шуныһы ла шәп ине: һәр бер отрядтың үҙ ирекмәндәре булды. Ә беҙҙең менән Әминә апай һәм Арыҫлан ағай эшләне. Ошо 21 көн эсендә үҙҙәрен яратып өлгөрҙөк. Шундай дәртле һәм изге күңелле ине улар. Лагерҙың етәксеһе Айгөл Рәшит ҡыҙына, тәрбиәселәремә, түңәрәктәр етәкселәренә, ашнаҡсыларға, ирекмәндәргә күңелле ялым өсөн рәхмәтлемен!
Быйылғы йәйге каникулым матур уҙа. Рәхәтләнеп ял итәм. Киләһе уҡыу йылына мин VI синыфҡа уҡырға барам, көс-дәрт туплап, сынығып, тағы ла тырышып уҡырмын, тигән теләктә ҡалам.

Искәндәр ФӘЙЗУЛЛИН.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: