0 °С
Облачно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
8 Августа 2022, 09:15

Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй

Быйыл да йәйҙе көтөп алдым. Каникулымда Салауат районының Юлай ауылына ҡунаҡҡа ҡайтам бит. Унда ҡартатайым менән өләсәйем йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәйСорғотҡа ҡайтҡым да килмәй
Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй

 Ауылда рәхәтләнеп ял итәм, бер ниндәй ҙә лагерь кәрәкмәй. Бында дуҫтарым менән футбол, волейбол уйнайбыҙ. Йылғала балыҡ тотабыҙ. Ә кискеһен малдарҙы «аҡыллы көтөүсе»нән ҡыуып алып ҡайтабыҙ.
Мине башҡортса уҡырға өләсәйем менән атайым өйрәтте. Аҙна көндәрен, ай исемдәрен – күп һүҙҙәрҙе хәҙер үҙебеҙҙең телдә әйтеп бирәм. Минең башҡортса матур итеп һөйләшә алыуыма ауылдағы ололар аптырап та ҡуя. Сөнки урыҫ теллеләр араһында үҫкәнемде, Сор­ғот ҡалаһында йәшәгәнемде белә улар.
Ял итеп кенә ҡалмайым, ҡартатайыма ярҙам итергә лә өлгөрәм. Быйыл тағы ла картуф уташтым, бал ҡорттарын да ҡарашам. Хәҙер мин умарта янына барырға ҡурҡмайым. Бал ҡорттарын күҙәтеп торорға яратам. Уларҙың ныҡ файҙалы икәнен дә аңлатты ҡартатайым.
Каникулымдың ике айы үтеп тә китте. Ә минең Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй.

Арыҫлан ЮНЫСОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Сорғот ҡалаһы, урта технологик мәктәп.

Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй
Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй
Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас