+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
13 Август 2022, 13:35

Еләкле йәйем!

Эх, еләкле йәйҙәрҙең

Еләкле йәйем!
Еләкле йәйем!

Онота алмамын йәмен...
Эйе, дуҫтарым, ҡайын еләкле йәйҙәр башҡа бер ерҙә лә юҡтыр ул! Тик гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа ғына! Ҡайын еләгенең тәме лә, хуш еҫе лә башҡа бер еләк-емеш менән дә сағыштырғыһыҙ шул! Ул бигерәк тә олатайым-өләсәйем йәшәгән ерҙә, Асҡын районының Билгеш ауылында, күп үҫә.
Мин көтөп алған йәйем етеү менән шул яҡтарға елдерәм. Иң бәхетле каникул олатай-өләсәй эргәһендә бит ул!
Еләк мәле башланыу менән ике туғандарым йыйылышып, күнәктәр күтәреп еләккә йүгерәбеҙ. Олатайымдарҙың баҡса артында ғына ҡайын урманы бар. Ә ундағы еләктең күплеге! Тайып йығылырлыҡ. Үҙҙәре ҡалай эре! Кемдең күнәге тиҙерәк тулыр икән? Кем уҙар­ҙан ярышып, рәхәтләнеп йыябыҙ.
Урманда шундай рәхәт, көндөң эҫелеге лә һиҙелмәй. Туғайҙағы аллы-гөллө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Ошо гүзәллеккә һоҡланып, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәйбеҙ. Асығып китһәк, икмәк менән еләк ашап алабыҙ. Бигерәк тәмле икән! Һауыттарыбыҙҙы тултырып, шатланып ҡайтып китәбеҙ. Бер ыңғайҙан мәтрүшкә лә йыйып алабыҙ. Ҡайтҡас, һөтләп, еләкләп сәй эсәбеҙ. Өләсәйем:
– Ҡайын еләгенең файҙаһы һанап бөткөһөҙ! Ашап ҡалығыҙ, бер ҡасан да ауырымаҫһығыҙ, – ти.
Солтан ағайым ҡайын еләген ауыл ҡаймағына бутап ашарға өйрәтте. Телеңде йоторлоҡ тәмле! Ҡала йогурттары ситтә торһон.
Ә тағы ла уның еләге генә түгел, яп­рағы ла файҙалы икән. Шуны киптереп, төнәтмә итеп эсергә була, сәйгә ҡушырға ла мөмкин.
Әсәйем ҡайнатмалар ҙа яһай, шәкәр менән генә иҙеп һыуытҡысҡа туңдырырға ла ҡуя. Хатта еләкте киптереп һаҡлаусылар ҙа бар икән. Ул ҡыш көнө айырыуса тәмле була, тиҙәр. Хуш еҫе бөтә өйгә таралһа, йәмле йәйгә әйләнеп ҡайтҡандай булаһың инде.
Шулай, дуҫтарым, һеҙ ҙә ҡайын еләген йыйығыҙ, ашағыҙ, киптерегеҙ, фай­ҙаһын күрегеҙ! Йәйҙең бер көнөн дә бушҡа уҙғармағыҙ!

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: