-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
2 Сентябрь 2022, 09:35

Ҡараҡайымды һағынырмын инде

Йәй – минең иң яратҡан миҙгелем. Рәхәт тә инде йәй көнө! Тик тиҙ генә үтә лә китә шул...

Ҡараҡайымды һағынырмын инде
Ҡараҡайымды һағынырмын инде

Өләсәйем Серафимовка ауылында йәшәй. Ул күп итеп ҡош-ҡорт үрсетә, еләк-емеш үҫтерә, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелгән. Бигерәк йәмле лә инде! Шул матурлыҡты булдырырға ағайым менән беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ.
Йәй башында өләсәйемдең бер сыбар тауығы себештәр сығарҙы. Улары бәләкәй генәләр, хатта усҡа һыя. Тик теге сыбар тауыҡ ни эшләптер бер ҡара себешен ситкә тибә бит. Ул инәһе янына кил­һә, суҡый башлай. Ни эшләргә? Өләсәйем дә: «Төндә өшөй инде, бахырың, әрәм булыр инде», – ти. Шунан оҙаҡ уйлап торманыҡ, иҫке бүреккә һалдыҡ та өйгә алып индек.
Шулай итеп, теге ҡара себеште үҙемә ҡарап үҫтерергә тура килде. Олатайым миңә ағастан шәп итеп тартма яһап бирҙе. Аҫтына йәшел йомшаҡ үлән йәйҙем, ем, һыу һалдым. Ә төнгөлөккә быяла һауыт менән йылы һыу ҡуйҙым. Шул һауыт­ҡа һыйынып йоҡларға яратты себешем. Уға Ҡараҡай тип исем ҡуштым. Себешем миңә шул тиклем эйәләште, ҡайҙа барһам да, ул арттан эйәреп йөрөр булды. Үҫә төшкәс, тышҡа, йәшел үләнгә ебәрә башланым. Ә үҙем сыбар тауыҡ имгәтеп ҡуймаһын, тип уны һаҡлайым. Шул арала, себеш көткән ваҡытта, уҡытыусы апайыбыҙ ҡуш­ҡан өй эштәремде башҡарҙым: мәсьәләләр систем, китаптар уҡыным, һүрәттәр төшөрҙөм. Ҡараҡайым әкренләп башҡа себештәргә эйәләшеп китте, инә тауыҡ та уға өйрәнде. Башҡаса уны ситкә типмәне. Үҙ ҡанаты аҫтына алды.
Хәҙер себештәребеҙ ҙур инде, үҙ аллы тибенеп йөрөйҙәр. Ҡараҡай ҙа мине әллә ҡайҙан танып тора. «Сип-сип», – тиһәм, шунда уҡ йүгереп килә.
Өләсәйем менән олатайым: «Сәминә ҡарап үҫтергән себеш», – тип мине маҡтай. Өләсәйемә икенсе йылға ла себештәр үҫтерешергә ярҙам итергә һүҙ бирҙем.
Шулай итеп, ялым файҙалы ла, күңелле лә үтте. Тиҙҙән уҡыуҙар башлана. Күңелле йәйемде, ҡара себешемде бик һағынырмын инде.

Сәминә ӘХМӘТОВА, II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: