-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
5 Сентябрь 2022, 15:25

Сәйәхәтле йәйем

Йәйге каникулымда рәхәтләнеп һыу индем, ҡомда ҡыҙындым. Балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөнөм. Йәй башы ямғырлы булғас, еләк тә уңды. Әсәйем мин йый­ған емештән ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡайнатма әҙерләне. Шулай уҡ төрлө фай­ҙалы үләндәр йыйыштым.

Сәйәхәтле йәйем
Сәйәхәтле йәйем

Ауылға барып өләсәйемә лә, өйҙә әсәйемә ҡош-ҡорт ҡараштым, баҡсалағы түтәлдәргә һыу һиптем.
Беҙ ғаиләбеҙ менән Белореттағы Алһыу ҡаяларҙы, үҙебеҙ­ҙең райондағы Бабайташ тауын күреп ҡайттыҡ. Оло Эйек, Инйәр йылғаһында һыу индек. Тағы ла Соль-Илецктағы тоҙло күлдә ял иттек. Унда дөйәғош һәм башҡа йәнлектәр ҡараныҡ. Миңә бик оҡшаны.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев исемендәге паркта һәм йырлаусы фонтан янында булдыҡ. Бик матур икән!
Стәрлетамаҡтағы Юрий Гагарин исемендәге паркта ла ял иттем. Төрлө аттракциондарҙа уйнап ҡыуандым.
Йәйге ялымда китаптар уҡырға ла өлгөрҙөм. Бына шулай каникулым тиҙ генә үтте лә китте. Ошо сәйәхәттән алған йылы тәьҫораттарым күңелдә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Алик ЗАҺИТОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: