+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
6 Сентябрь 2022, 10:40

Буянымды йәлләйем

Быйылғы йәйем хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды. Май аҙағында Ҡарлуғас бейәбеҙ ҡолонлағайны. Ҡартәсәйем менән ҡолон­ға Буян исемен ҡуштыҡ. Тик ул ун көн тирәһе генә инәһенә иркәләнеп ҡалды. Ҡарлуғасыбыҙ һыҙланып ятып үлде. Көн дә бәләкәй ҡолоном кешнәп, инәһен эҙләй, ә ул эргәһендә юҡ...

Буянымды йәлләйем
Буянымды йәлләйем

 Мин уны ныҡ йәлләйем, күңелгә ҡыйын. Ҡолонҡайымдың теле генә юҡ, булһа, моғайын, барыһын да һөйләр ине.
Ә Буянымдың инәһе кешеләрҙең иғтибарһыҙлығы, бәғерһеҙлегенән үлде бит. Күрше ауыл көтөүсеһе үҙ йылҡыларын танымай, беҙ­ҙең малдарҙы ҡыуып алып китеп, үҙҙәренеке менән бергә бикләп ҡуйған булған. Әғзәм олатайым менән атайым бикле торған йыл­ҡыларыбыҙҙы алып ҡайт­ҡандан һуң бер аҙнанан Ҡарлуғасыбыҙ йән бирҙе. Сәбәбен белер өсөн мал табибын саҡырып тикшерттеләр. Баҡтиһәң, тар һарайҙа бикле торған ат­тар тибешеп, бейәбеҙ шунда ауыр йәрәхәт алған. Өләсәйем: «Бахыр мал­ҡай ул хәтлем яра, шеш менән нисек кенә түҙеп йөрөнө икән? Тибелмәгән ере ҡалмаған...» – тип һыҙланып һөйләне.
Мин көн дә Буянымды һыйыр һөтө менән һыйлайым. Ҡартәсәйем бейә һауа башлағас, ҡолонома аралаштырып бейә һөтө лә эсерҙем. Башта яҡшылап имергә лә белмәй ине. Әкренләп өйрәнде. Йәшел үлән күренә башлағас, эйәртеп һаҙлыҡ ситенә алып барҙым. Унда гел ҡартәсәйемде эҙләй, сөнки үҙенә нығыраҡ өйрәнгән. Йылҡы малы ныҡ һиҙгер икән, тауышынан танып тора.
Хәҙер ҡолоном яраттыра, иркәләтә. Нисек кенә булмаһын, барыбер етемлеге һиҙелә. Миңә уның күҙҙәре һағышлы һымаҡ тойола.
Икенсе аттарҙың тауышын ишетһә, Буяным шунда барырға ынтыла. Тик улары яҡынайтмай, тибә. Шуға айырым тәрбиәләйбеҙ.
Әле ҡолонҡайым икенсе ҡолондар­ҙан ҡайтышыраҡ, әммә яйлап үҫә. Ҡартәсәйем әйтмешләй, Буяныбыҙға күҙ теймәһен, собханалла, машалла!
Малҡайҙар ҙа етемлектә үҫмәһен ине. Һәр балаға шуны теләр инем: бөтәбеҙҙең дә әсәйҙәребеҙ һау-сәләмәт булһын!

Ирхан ТАҺИРОВ, IV cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: