+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
16 Сентябрь 2022, 09:45

Кинг-Конгты ла күрҙек

Бына һағынып көтөп алған йәйебеҙ ҙә үтте. Каникулымдың иң иҫтә ҡалған, иң сағыу мәлдәрен һеҙгә лә яҙып үтәйем әле, дуҫтарым.

Кинг-Конгты ла күрҙек
Кинг-Конгты ла күрҙек

Беренсеһе: беҙ ғаиләбеҙ менән динопаркка барҙыҡ. Ундағы динозаврҙарҙы күреп, иҫебеҙ китеп ҡайттыҡ. Өй ҙур­лығындайҙары, һыуҙа йө­ҙөп йөрөгәндәре, матур ғыналары, бигерәк ныҡ ҡур­ҡыныстары, төрлөһө бар. Ҡайһы берәүҙәре үкереп ебәрә, икенселәре баштарын, ҡулдарын ҡыбырлата, хас та ысын һымаҡтар, бына-бына атлап, йүгереп китер­ҙәр кеүек. Һәр береһенең эр­гәһендә ташта улар тура­һында мәғлүмәттәр яҙыл­ған, бик фәһемле, ҡыҙыҡлы экскурсия булды минең өсөн. Хатта ҙу-у-ур мамонттар һәм кинолағы Кинг-Конг­ты эшләп ҡуйғандар. Яндарында фотоға төштөк. Шунан кеше һындары яһал­ған музейға индек. Унда бик күп билдә­ле шәхес­тәрҙе ҡуйғандар. Шул тиклем дә килештереп эшлә­гән­дәр. Миңә бигерәк тә пират кейемендәге Джонни Депп оҡшаны. Кешеләр ысын үҙҙәре торған кеүек. Улай ҙа була икән, тип ауыҙымды асып ҡарап йөрөнөм. Музейҙан сыҡҡас, балалар өсөн төрлө аттракциондарҙа уйнап, туйғансы рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ.
Икенсеһе: беҙ Әбйәлил районындағы Атауҙы күленә барҙыҡ. Унда йөҙөп, ҡыҙынып, кәмәлә йөрөп ҡайттыҡ. Күлдә балыҡтар бик күп икән. Һыу йылы, таҙа ине, өҫтөндә матур, ҙур-ҙур тулҡындар ҙа бар.
Өсөнсөһө: беҙ атайым менән ауылыбыҙҙағы Ҡыраҡа тауына мендек. Әй, үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙең хозурлығы! Шул тиклем матур, хайран ҡалып ҡарап торҙом. Көн дә эҫе, ҡояшлы ине. Ә тау башында йылы ғына ел иҫә. Һауа тап-таҙа, рәхәтләнеп, үпкәләрем тулғансы тын алдым. Унда тәмле-тәмле сәскәләр, үлән еҫтәре аңҡып тора. Тауҙан төшкәндә ер еләге ашаныҡ, эре генәләр. Һуңынан төрлө үләндәр йыя-йыя ҡайттыҡ: тау мәтрүшкәһе, урман мәтрүшкәһе, меңъяпраҡ үләне, һары мәтрүшкә. Ҡышын кинәнеп шифалы сәйҙәр эсербеҙ.
Бына шулай минең йәйге ялдарым бик шәп үтте!

Айнагөл ХАФИЗОВА.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Кинг-Конгты ла күрҙек
Кинг-Конгты ла күрҙек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: