+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
21 Сентябрь 2022, 13:15

Сәйәхәтем Өфөнән башланды

Беҙ Өфөгә Ынйыҡай апайҙы алып ҡайтырға барҙыҡ.

Сәйәхәтем Өфөнән башланды
Сәйәхәтем Өфөнән башланды

Көн эҫе ине. Шуға юл ыңғайы туҡтап, Инйәрҙәге яңы асылған этнокафела рәхәтләнеп самауыр сәйе менән һыйландыҡ. Ял иткәс, артабан киттек. Ын­йыҡай апай менән осрашҡас, Өфө буйлап йөрөнөк. Төрлө магазиндарҙа Алтынай апайыма кейем һайланыҡ. Кискеһен Шамонин ауылына туғандарға барҙыҡ. Иртәгеһенә Салауат Юлаев һәйкәленә юлландыҡ. Һуңынан әсәйемдең эшләгән еренә, Фәндәр академияһына, барҙыҡ. Шунан Өфөләге «Китап» нәшриәтенең магазинына киттек. Әсәйем «Башҡортса-инглизсә һүҙлек», «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» китаптарын һатып алды. Алтынай апайым – «Көмөшкүл»де, Башҡорт­остан картаһын, Ынйыҡай апайым Ноғман Мусиндың «Һайланма әҫәр­ҙәр»ен һайланы. Мин әсәйемә «Баш­ҡорт теленең академик һүҙлеге»нең IV томын бүләк иттем. Берәй бәләкәскә тип «Батыр ҡуян» китабын алдыҡ. Кис еткәс, Стәрлетамаҡҡа Ленар ағай һәм Илһөйәр еңгәйҙәргә барып еттек. Иртәгеһенә Торатауға юл алдыҡ. Ундағы матурлыҡҡа һоҡландыҡ. Бәкес, йыуа ашаныҡ. Торатауҙың яртыһына менеп еткәйнек, ҡапыл көслө ямғыр яуа башланы, кире боролдоҡ.
Стәрлетамаҡта Баян олатайҙың хәлен белер өсөн янына инеп сы­ғырға булдыҡ. Ул бер үҙе генә йәшәй. Беҙ килгәйнек, ҡыуанып китте. Унда сәй эсеп, иҫтәлекле фотолар ҡараныҡ. Иртәгеһенә ҡайтырға юлға сыҡтыҡ.
Сәйәхәтем ныҡ оҡшаны. Күпте күреп ҡайттым.

Кәримә АҠМАНОВА, II «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Сәйәхәтем Өфөнән башланды
Сәйәхәтем Өфөнән башланды
Сәйәхәтем Өфөнән башланды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: