+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
22 Сентябрь 2022, 14:25

Һыу буйында балыҡсы...

Бер көндө олатайым менән Ҡандракүлгә киттек. Ул балыҡ ҡармаҡланы, мин уны ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙом.

Һыу буйында балыҡсы...
Һыу буйында балыҡсы...

– Әйҙә, үҙең дә өйрән, – тип балыҡ ҡармаҡлау серҙәрен дә өйрәтергә тырышты олатайым.
Күл өҫтө тыныс ҡына. Мин дә балыҡ тоторға керештем. Күп тә үтмәне, ҡалҡыуысым һикерә башланы. Тиҙ генә ҡармағымды тартып сығара һалдым. Алабуға эләккән! Шатлығым эсемә һыймай. Был йәйге матур көндә минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр! Тәүге тапҡыр балыҡ тоттом бит.
Ә олатайым оҫтарып алған. Ул көндө беҙ икәүләп күп балыҡ эләктерҙек. Өйгә ҡайтҡас, бәләкәйҙәре менән бесәйемде һыйланыҡ, ә ҙурҙарын өләсәйгә бирҙек. Ул балыҡты тәмле итеп ҡурып, беҙҙе өҫтәл янына саҡырҙы. Рәхәтләнеп һыйландыҡ.
Икенсе тапҡыр балыҡҡа барғанда үҙебеҙ менән Музгарканы ла алдыҡ. Беҙҙең яратҡан этебеҙ ул. Шундай ҙур, йөнтәҫ, ҡап-ҡара үҙе. Олатайым Музгарканы машинаның алдағы пассажир урынына ултыртты. Этебеҙ юл буйына тәҙрәнән ҡарап барҙы. Был көндө Ҡандракүл янында бер кеше лә юҡ ине. Үҙебеҙ генә балыҡ тота башланыҡ. Ә Музгарка тыныс ҡына беҙҙе күҙәтә. Балыҡ эләгеү менән һикереп тороп, яныбыҙға килеп етте. Ашарға һорай. Уға бәләкәйҙәрен бирҙек.
Беләһегеҙме, мин иң ҙур балыҡты икенсе тапҡыр барғанда тоттом. Уны саҡ тартып сығарҙым. Олатайым балығымды күргәс: «Ҡыҙым, һинән шәп балыҡсы сыға», – тип маҡтап та ҡуйҙы.
Бына шулай мин балыҡ ҡармаҡларға өйрәнеп алдым.

Диана ВӘЛИЕВА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: