+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Сентябрь 2022, 12:00

Питерға сәйәхәт

Йәйге каникулым аҙағында мине туғандарым Санкт-Петербург ҡалаһына ҡунаҡҡа саҡырғас, бик һөйөндөм. Был бит минең күптәнге хыялым ине. Самолётта осасағымды белгәс, шатлығым тағы ла артты. Өҫтән тыуған еремде болоттар араһынан күрәсәкмен бит.

Питерға сәйәхәт
Питерға сәйәхәт

Санкт-Петербург ҡалаһы бик ҙур, бик матур икән! Килгән көнөмдә үк диңгеҙ флоты парадын ҡараныҡ. Самолёттар, вертолёттар һауала төрлө трюктар күрһәтте, ә кораблдәр, пароходтар Нева йыл­ғаһынан йөҙөп уҙҙы. Ә һуңынан иҫ киткес, һоҡланып туймаҫлыҡ салют булды. Байрамда хатта пушканан залп бирҙеләр.
Икенсе көндө тимер юл музейына барҙыҡ. Беренсе поез­дарҙан башлап, аҙаҡ төрлө-төрлөләрен күрҙем. Мин унда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яралы һалдаттар­ҙы йөрөткән вагондарҙы инеп ҡараным. Яуға аттарҙы нисек итеп алып киткәндәрен дәреслектәрҙә Әнүр Вәхитовтың «Ир ҡанаты», олатайым Даим Яуышевтың «Ир ҡанаты ат була» әҫәрҙәрен уҡығанда күҙ алдыма килтерергә тырыша инем. Бына хәҙер был вагондарҙы үҙ күҙем менән күрҙем бит. Ниндәй тарихи мәл! Мин уйҙарға бирелеп, оло олатайым Ғәни Яуышевтың колхозда үҙе егеп йөрөгән атын Дон ҡырҙарына вагонда алып китеп барғанын күҙ алдына килтерҙем...
Унан һуң Ленинград бло­кадаһы музейында булдым. 900 көн барған блокадалағы әйберҙәрҙе, яҙмаларҙы, йoрт әйберҙәрен, йыһаздарын, ҡоралдарын күргәс, күңелдәрем тулды. Таня Савичеваның ҡамауҙа ҡалған ваҡыттағы көндәлеген күреп уҡығас, күҙҙәремдән йәштәр килеп сыҡты...
Космонавтар музейында скафандр, йыһанда булған әйберҙәр ҡуйылғайны. Ракета моделдәре менән таныштыҡ. Петропавловский ҡәлғәһендә Романовтар династияһы кәшәнәһен күрҙем.
Ә бына Эрмитаждың эсендәге матурлыҡты һөйләп бөтөрлөк түгел! Иң ҙур китаптар магазинына ла индек. Унда китапты уҡып ултырырға ла ярай икән, сәй эсеп алырға ла була.
Бөйөк Пётр ботаника баҡсаһына ингәс, үҙемде экзотик илдәргә барған кеүек хис иттем. Бында төрлө-төрлө ағас­тар, үләндәр, сәскәләр, ҡыуаҡтар үҫә. Кактустарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ! Был баҡсала йәйәүләп йөрөр өсөн дә, ял итергә лә урындар бик күп.
Зоопаркта ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштыҡ. Бында улар­ҙың ниндәй төрөн генә осратманым! Ә һәр береһенә үҙ ерендәге кеүек уңайлы урын, оялар яһалған.
Мин был сәйәхәтемдән бик күп бай мәғлүмәт туплап ҡайттым. Икенсе барырға тура кил­һә, ситтән генә күргән «Аврора» музей-крейсерын ныҡлап ҡарармын, тип хыялланам.
Питерҙа уҙғарылған көндәр йәйге ялымдың иң матур хәтирәһе булып күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Ландыш РАМАҘАНОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: