+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
3 Октябрь 2022, 12:15

Өйҙә барыбер яҡшыраҡ

Берҙән-бер көндө иртә менән Өфөгә юлға сыҡтыҡ. Машинанан тирә-яҡты күҙәтә-күҙәтә барам. Мин үҙем менән Башҡортостан картаһын да алғайным. Шунан ҡарап, ҡайһы тирәгә еткәнебеҙҙе атайыма, әсәйемә, һеңлемә аңлатҡан, белдергән булам. Ярты юл һиҙелмәйсә үтеп китте. Бына беҙ Инйәргә туҡталдыҡ. Унда шәп этно-кафе бар икән. Бында бөтә нәмә башҡортса ине. Үҙеңде тирмәгә килеп ингән кеүек хис итәһең. Унда бауыр­һаҡлап тәмле самауыр сәйе эстек.

Өйҙә барыбер яҡшыраҡ
Өйҙә барыбер яҡшыраҡ

Өфөгә барып еткәс, иртәгеһенә Салауат Юлаев һәйкәленә киттек. Бейек ярҙан Ағиҙелде күҙәтеүе һоҡланғыс ине. Йылға киңәйгән кеүек, теплоходтар йөрөй. Хәҙер Ағиҙел буйы ныҡ матурайған икән дә.
Атайым менән урман паркында ла булып өлгөрҙөк. Уға ингән ерҙә Ботаника баҡсаһын да күреп сыҡтыҡ. Бында инде цитрус емештәрҙең еҫе аңҡый. Шундай рәхәт! Үҙеңде гүзәл­лек донъяһына килеп ингән кеүек тояһың.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә лә күптән барған юҡ ине, бөгөн юл төштө. Әсәйемә «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» кәрәк булды. Мин дә үҙемә яңы китаптар һайланым. Шул ваҡытта шағирәләр Рәзилә Ырыҫҡужина менән Гөлнур Ҡыуатованы осраттыҡ. Иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштөк.
Беҙҙе Стәрлетамаҡта көтәләр ине. Ленар ағай менән Илһөйәр еңгәй ҡыуанып ҡаршы алды. Ҡунаҡта яҡшы ла ул, шулай ҙа минең тиҙерәк Торатау­ҙы күрге килә. Тик бына ямғыр яуа башланы. Барып булырмы? Юҡ, ҡурҡып торманыҡ. Бында «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән төрлө-төрлө сәскәләр үҫә икән, ҡай­һы берәүҙәрен тәүге тапҡыр күрҙем. Шуныһы үкенесле: Торатауҙың түбәһенә менеп етә алманыҡ. Ямғыр ҡамасауланы. Лысма һыу булғайныҡ инде.
Стәрлетамаҡта оҙаҡ тормабыҙ, тигәйнек. Ҡалдыҡ. Ленар ағайҙың атаһы Баян олатайҙы ла барып күрергә булдыҡ. Уның баҡсаһы иҫ китмәле ине. Һоҡланып туйманыҡ. Ишек алды аллы-гөллө шау сәскә ине! Улар­ҙы Фәриҙә инәй тере саҡта ултыртып ҡалдырған икән.
Олатай янында оҙаҡ ҡына булдыҡ. Төрлө-төрлө иҫтәлекле фотолар ҡараныҡ. Ул беҙгә Ленар ағайҙың бала сағы, беҙҙең ҡартатай менән ҡартәсәйҙең йәшлеге, үҙенең фото төшөрөргә яратыуы тураһында һөйләне. Тик мин күп тыңлай алманым, олатайҙың тыныс, һалмаҡ тауышынан ойоп киткәнмен.
Уянып китһәм, карауатта ятам. Күрше бүлмәнән тауыштар сыға. Аптырап киттем. Шулай оҙаҡ йоҡлағанмынмы?
Торғас, мине иң тәүҙә торт менән һыйланылар. Ә Баян олатай иһә бығаса һаҡлап килгән шоколадлы кәнфитен ашатты.
Иртәнсәк таң менән тороп сәй эскәс, Сибайға ашыҡтыҡ. Беҙҙе оҙайлы юл көтә.
Ейәнсура районына еткәс, Ибрай ауылына, яҙыусы, уҡытыусы Земфира Аҡбутина апай­ҙарға инеп сығырға булдыҡ. Ул көтөп торған икән, аш бешереп, ҡорот һарҡытырға ҡуйған. Өйҙәрендә өмә – һарыҡ йөнөн ҡырҡыу бара ине. Эште тиҙ генә тамамланылар. Яҙыусы инәй сәй эсергәндә «Иҙел ҡыҙы» китабы буйынса һорауҙар бирҙек. Әҫәрҙең прототиптары – уның ғаиләһе, ә төп герой Әлфирә үҙе икән. Бала саҡ мажараларын, башынан үткәндәрҙе яҙған.
Ибрайҙан сыҡҡас, юл эргәһендәге һыуһаҡлағыста туҡтап, тәбиғәткә һоҡландыҡ. Йылайыр ауылына еткәс, Преображенский заводын ҡараныҡ. 1750 йылда төҙөлгән икән. Элек унда сифатлы ҡыҙыл кирбес яһағандар.
Төн еткәс кенә өйөбөҙгә ҡайтып индек. Арытҡан. Был сәйәхәттә мин бер нәмәне аңланым: ҡунаҡта нисек кенә һәйбәт булмаһын, өйҙә барыбер яҡшыраҡ.

Алтынай АҠМАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Өйҙә барыбер яҡшыраҡ
Өйҙә барыбер яҡшыраҡ
Өйҙә барыбер яҡшыраҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: