+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
6 Октябрь 2022, 11:55

Йәйем, рәхмәт һиңә!

Был йәй ҡыҙыҡлы һәм күңелле уҙҙы. Бығаса күрмәгән урындарҙа сәйәхәттә булып, бик күп тәьҫо­­раттар алдым.

Йәйем, рәхмәт һиңә!
Йәйем, рәхмәт һиңә!

Беренсе июндән гимназиябыҙҙа «Йәйләү» көн­дөҙгө ял лагерында ял иттем. Унда беҙ төрлө саралар, байрамдар, ярыштар үт­кәр­ҙек. Рәхәтләнеп уйнап-көлөп, һаулығыбыҙҙы ны­ғыттыҡ.
Шулай уҡ Өфө ҡала­һында «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәгендә булдым. Унда беҙ төрлө тәжрибәләр үткәрергә бар­ҙыҡ. Миңә микроскоптан ҡарап бер күҙәнәкле­ләрҙе эҙләү оҡшаны.
Ғаиләбеҙ менән Ғафури районындағы дөйәғош фермаһында, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Юрий Гагарин исемендәге парк­та булдыҡ.
Август айында Өфө ҡалаһына барҙыҡ. Аквапаркта ял иттек. «Ҡашҡа­ҙан» паркындағы йырсы фонтандарын күреп, һоҡландыҡ. Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөнөм.
Өйҙә лә тик ятманым. Атай-әсәйемә баҡса, йорт эштәрендә ярҙам­лаш­тым.
Бына шулай каникулым үтте лә китте. Ошо матур хәтирәләрем ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә күңелемде йылытып торор әле.

Әлиә ҒӘЛИЕВА.

Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: