+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
8 Октябрь 2022, 10:25

Тәүге тапҡыр самолётта остом

Каникулдың тәүге көндәренән үк мин дә гимназиялағы «Йәйләү» лагерында ял иттем. Унда миңә ныҡ оҡшаны. Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы һәм фай­ҙалы үтте.

Тәүге тапҡыр самолётта остом
Тәүге тапҡыр самолётта остом

Йәй буйы велосипедта йөрөнөм, дуҫтарым менән уйнаным. Шулай уҡ өләсәйем менән олатайыма хужалыҡ эштәрендә ярҙам иттем. Улар ныҡ ҡыуанды.
Ә июлдә беҙ ғаиләбеҙ менән Сочиға остоҡ. Мин самолётҡа тәүге тапҡыр ултырҙым. Шул саҡта ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Беҙ ҡалаға килеп еткәндә ҡараңғы төшкән ине. Урынлашҡас та диңгеҙҙе барып күрҙек. Иҫ киткес матур икән ул! Рәхәтләнеп һыу индек, ҡояшта ҡыҙындыҡ. «Ривьера» паркындағы дельфинарийҙа булдыҡ.
Ҡайтҡас, Башҡорт­останыбыҙҙағы Нөгөш һыуһаҡлағысына сәйәхәт ҡылдыҡ. Бигерәк матур ҙа инде үҙебеҙҙең тәбиғәт! Мөғжизә! Барып күрергә генә кәрәк.
Хәҙер бына яҡшы кәйеф менән уҡып йөрөйөм.

Искәндәр МӨХӘМӘТШИН, V синыф уҡыусылары.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: