+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
10 Октябрь 2022, 14:15

"Төштәремә инә башҡорт аттары"

Быйылғы йәйге каникулым баш­ҡа йылдағыларына һис оҡшаманы. Ул иҫтәлекле ваҡиғаларға ифрат бай булды. Быға тиклем гәзиттә Буяным тураһында мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны бит. Әле тағы аттар тураһында яҙғым килә.

"Төштәремә инә башҡорт аттары"
"Төштәремә инә башҡорт аттары"

Сөнки мин уларҙы ныҡ яратам, ҡарт­әсәйем әйтмешләй, ат йәнле баламын. Быйыл районыбыҙҙа «Баш­ҡорт аты» республика баш­ҡорт тоҡомло аттар фестивале үтте. Унда мин дә бар­ҙым. Сөнки был байрамға алдан ғаиләбеҙ менән ныҡлап әҙерләнгәйнек. Әғзәм олатайым – аттар парадында, ә Миң­зә­лә ҡартәсәйем ҡымыҙ­сы­лар ярышында ҡатнашты. Ныҡ оҡшаны ул, хатта мөкиббән китеп ҡарап йөрөп, күп кеше араһында аҙаштым да ҡуй­ҙым. Ярай әле тиҙ генә Динислам ағайым табып алды.
Мине тағы икенсе бер иҫтәлекле ваҡиға көткән икән. Өфөләге «Башҡортостан» киностудияһында режиссёр булып эшләгән Вилүрә инәйем: «Һин ат яратаһың, иртәгә фильмға төшөр­һөң, йәме!» – тип белдермәһенме! Быға ныҡ ҡыуандым. Оператор ағай менән танышып алғас, тиҙерәк фильмға төшкө килеп китте. Иртәгеһенә көнө буйы улар менән йылҡылар көткән урында, бейә һауған ерҙә булдыҡ. Башта Әғзәм олатайымды төшөрҙө­ләр, ә мин ҡарап йөрөйөм, күҙәтәм. Ярҙам да итәм. Бар нәмә ҡыҙыҡ.
Бер мәл миңә сират етте. Көн дә нимә эшләйем, нисек ҡолондарҙы тәрбиәләйем – шуны төшөрөргә кәрәк икән. Ҡолондарға һоло ашаттым, һыу эсерҙем, хатта бер йыуаш ҡына бейәне һауып та күр­һәттем. Өйрәтелгән тайға менеп, һыбай йылҡыларҙы көтөшәм... Бер генә тапҡыр түгел, ҡабат-ҡабат төшөрәләр. Күктә саҡ ҡына болот күренеү менән эшкә тотоналар. Ҡояш нурҙары булмаған саҡта яҡшыраҡ икән дә. Мин шул хәтлем арыным, асыҡтым, хатта илап та алдым. Баҡтиһәң, фильмға төшөү бер ҙә еңел түгел. Түҙемлелек тә кәрәк. Беренсе көн шулай үтеп тә китте.
Иртәгеһенә фильмға ҡартәсәй менән бергәләп төштөм әле. Ул оҫта ҡымыҙ бешә. Көн дә мин шифалы эсемлек менән һыйланам. Был юлы ла ҡымыҙ эсәйем, тип ингәйнем, камераға эләктем.
Мин хәҙер кино төшөрөү сер­ҙәрен дә аңлай башланым. Тағы ла оператор һөнәренең нескәлектәренә лә төшөндөм. Бына шулай кино төшөрөү бик ҡыҙыҡ һәм етди эш икән. Хатта ҙурайғас, оператор бул­ғым килеп китте. Ике көн буйы улар менән йөрөп, үҙҙәренә ныҡ өйрәнеп кителгәйне. Ағай­ҙар ҡайтып киткәс, миңә ҡыйын булып торҙо.
Шулай итеп, мин «Төштәремә инә башҡорт аттары» тигән документаль фильмда ҡатнаштым. Минең нисек ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Шуның менән бик иҫтәлекле булды йәйем. Ныҡ оҡшаны киноға төшөү.


Ирхан ТАҺИРОВ, IV cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: