+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
12 Октябрь 2022, 12:20

Ауылда ла булдыҡ беҙ

Йәйге ялымдың бер көнөндә ауыл­ға өләсәйемдәргә юлландыҡ. Барып етеп, сәй эсеп алғас, әсәйем, атайым, Наил олатай, Әлфиә инәй, Ын­йыҡай, Наилә апайҙар бесәнгә китте. Өйҙә өләсәйем, Алтынай апайым менән генә тороп ҡалдыҡ. Ял иттек, рәхәтләнеп китап уҡыныҡ.

Ауылда ла булдыҡ беҙ
Ауылда ла булдыҡ беҙ

Бына кис етте. Өләсәйем менән апайым ҡаҙҙарҙы урындарына индереп ябып ҡуйҙы. Быҙауҙарға һыу эсерҙеләр. Әҙерәк торғас, һарыҡтар ҙа ҡайтты. Ә бесәнселәр һаман юҡ?! Аптыраныҡ. Шулай ҙа иҫән-аман ҡайтып еттеләр. «Егерме күбә күбәләнек», – тигән булдылар. Үҙҙәре арығандар. Сәй эстек тә йоҡларға яттыҡ.
Иртәгеһенә иртә менән Хәйбулла районындағы Әбеш ауылына сығып киттек. Үҙебеҙ менән машинаға Айҙар ағайҙы ла ултыртып алдыҡ. Йәнтештә туҡтап, ял итеп, Һаҡмарҙа һыу индек.
Әбешкә тиҙ барып еттек. Унда төн үткәргәс, Вәзәмдәге Әнүзә, Баныу инәй­ҙәрҙе лә күреп ҡайттыҡ. Был ауылда Һаҡмар буйы бысраҡ ине. Һыу инә торған урынды сүп-сарҙан таҙалап алдыҡ. Төрткән яғына ла бар­ҙыҡ. Юлда ике ҡорҙо күрҙек.
Әбештең тәбиғәте матур шул. Һоҡланып туйманыҡ.
Беҙ Баймаҡ районындағы Әбделкәримдә лә булдыҡ. Унда юл ыңғайы инеп сыҡтыҡ.

Кәримә АҠМАНОВА, I «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Ауылда ла булдыҡ беҙ
Ауылда ла булдыҡ беҙ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: