-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
21 Октябрь 2022, 13:55

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Ниһайәт, «Минең өс айым» тип исемләнгән йәйге конкурсҡа йом­ғаҡ яһар ваҡыт етте. Әйтергә кәрәк, бәйге әүҙем генә барҙы. Матур йөкмәткеле күп кенә хаттар алдыҡ. Бигерәк тә малайҙарҙың әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Хатта сит өлкәлә йәшәүсе уҡыусы ла ҡатнашты әле унда. Был баланың нәҫел тамырҙары Башҡорт­остан еренә бәйле икән. Туған телебеҙҙе белеүе һоҡландырҙы. Ул – Сорғот ҡалаһынан IV cиныф уҡыусыһы Арыҫлан Юнысов.

Редакциябыҙға килгән хаттар­ҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡты. Ә бәйгеселәр араһында хатта икешәр мәҡәлә яҙып ебәреүселәр ҙә бар ине. Шулай итеп:
I урын – Ландыш Рамаҙанова (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), «Мин нисек олатай менән өләсәйҙән һабаҡ алдым», «Питерға сәйәхәт» мәҡәләләре өсөн;
II урын – Ирхан Таһиров (Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе), «Буянымды йәлләйем», «Төштәремә инә башҡорт аттары»);
– Илназ Закиров (Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп), «Йәншишмә»ле йәйем»;
III урын – Сәминә Әхмәтова (Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе), «Ҡараҡайымды һағынырмын инде»;
– Лиана Йәлилова (Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы), «Беҙ уҡыуҙан арыманыҡ», «Лагер­ҙағы иҫтәлекле көндәрем»;
Алтынай Аҡманова (Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), «Өйҙә барыбер яҡшыраҡ».
Ә бына Арыҫлан Юнысовҡа (Сор­ғот ҡалаһы, урта технологик мәктәп), «Сорғотҡа ҡайтҡым да килмәй», Алтынай Ситдиҡоваға (Учалы районы, Ташҡыя мәктәбе), «Ялы ла, эше лә бергә», Диана Вәлиеваға (Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе) «Һыу буйында балыҡсы» мәҡәләләре өсөн дәртләндереү призы тапшыраласаҡ.
Бәйгегә иң тәүге булып хат ебәргәне өсөн Ләйлә Нөғәмәнова (Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, «Атта йөрөргә яратам») махсус бүләк аласаҡ.
Конкурс тамам. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Уларға редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: