+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
21 Октябрь 2022, 10:25

Трактор йөрөтөп тә ҡараным

Беҙ атайым, әсәйем, Әмирхан ҡустым менән Инйәр ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Каникул, ял ваҡыттарында Ғәбдөктә Сәүиә өләсәйем янына ҡайтабыҙ. Быйылғы йәйемде лә шунда үткәрҙем.

Трактор йөрөтөп тә ҡараным
Трактор йөрөтөп тә ҡараным

Был ауылда ике туған ҡустыларым Мансур менән Илсур ҙа бар. Мин, апай булараҡ, уларҙы, Әмирханды ҡарап ҡына йөрөттөм. Ҡустыларға өлгө булырға ла тырыштым. Өләсәйемә бергәләшеп ярҙам иттек. Иҙән, һауыт-һаба йыуҙыҡ, баҡса утаныҡ. Атайым-әсәйемдәр менән бесән эшләргә лә барҙыҡ. Быйыл алмашлап трактор йөрөтөп тә ҡараныҡ әле.
Өләсәйем күп итеп ҡош-ҡорт үҫтерә, уларға ем һалдыҡ. Баҡсала еләк-емеш йыйырға ла өлгөрҙөк. Мин хәҙер бал ҡорттарынан ҡурҡмайым. Бал ағыҙғанда ла ярҙам иттем.
Эргәнән генә Инйәр йылғаһы аға. Унда рәхәтләнеп һыу индек.
Шулай күңелле үтте йәйге ялым. Сынығып, яңы көс менән мәктәпкә барҙым.

Уралиә ҒӘБДИЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Инйәр ҡасабаһы.

Трактор йөрөтөп тә ҡараным
Трактор йөрөтөп тә ҡараным
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: