+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
5 Июнь 2023, 09:16

"Минең өс айым"

Ура! Ниһайәт, бөтәгеҙ ҙә һағынып көткән йәмле йәй ҙә етте! Уҡыуҙар тамам, күңелле каникулығыҙ башлана. Көндәр генә матур торһон. Эҫеһе лә кәрәк, ямғыры ла булһын, эйе бит?!

"Минең өс айым"
"Минең өс айым"

Оҙайлы, мәшәҡәтле уҡыу йылынан һуң туйғансы ял итерһегеҙ, рәхәтләнеп саф һауала уйнап, ҡояшта ҡыҙынып, һыу инеп, һаулығығыҙҙы нығытырһығыҙ. Әлбиттә, ауыл малайҙары, ҡаланан ҡунаҡҡа килгәндәр балыҡ та ҡармаҡлар әле. Тиҙҙән емеш-еләк бешә, ҡыҙҙар, һеҙ кәрзиндәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ.
Йәйге ялды һәр кем үҙенсә үткәрә инде. Моғайын, күптәрегеҙ һауыҡтырыу лагерҙарында ял итер. Кемдәрҙер ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, синыфташтары менән төрлө иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылыр. Арағыҙҙа йәйгеһен аҡса эшләргә теләүселәр ҙә барҙыр. Мәҫәлән, ауылда көтөү көтөп, емеш-еләк йыйып һатып, өлкәндәргә берәй эштә ярҙам итеп. Быны хупларға, маҡтарға ғына кәрәк.
Ә беҙ иһә йолабыҙға тоғро ҡалып, «Минең өс айым» конкурсын иғлан итәбеҙ. Өс ай буйына ниҙәр башҡарасаҡһығыҙ, ҡайҙарҙа булырһығыҙ? Ниндәй мажараларға тарынығыҙ? Шаҡ ҡатырғыс, ҡыҙыҡлы хәлдәргә осранығыҙмы? Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ тураһында матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар! Сифатлы фотолар ҙа һалһағыҙ, тағы ла һәйбәтерәк.
Бәйгебеҙ 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Иң-иңдәргә редакцияның Почёт грамотаһы, иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Йә, кемегеҙ башлап ебәрер икән конкурсты? Иң тәүге хат авторын да бүләк көтә.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: