+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
16 Июнь 2023, 12:56

Иң ҡыҙыҡлыһы – мал көтөү

Бына күптән көткән йәйге каникул башланды. Уны һәр кем үҙенсә үткәрә. Ә мин Солтанморат ауылында олатайым менән өләсәйем янында рәхәтләнеп ял итәм.

Күңелем бул­ғансы уйнайым, өйҙә ярҙам итергә лә өлгөрәм. Сәскәләргә һыу һибеү, һап-һары бәпкәләрҙе ҡарау – минең өҫтә.
Ауылда иң ҡыҙыҡлыһы мал көтөү инде.Ҡояш ҡалҡыу менән йоҡонан тороп, кистән үк тәмлекәстәр менән тултырылған сумканы арҡаңа элә­һең дә, сыбыртҡыңды шартлата-шартлата, һыйырҙарҙы яланға ҡыуып алып төшәһең. Эй, оҡшай миңә ошо мәл!
Ҡырҙа бигерәк йәмле: ҡоштар һайрай, сиңерткәләр сырылдай, бал ҡорттары безелдәй, һыйырҙар ҡыштыр-ҡыштыр үлән ашай. Шулай тәбиғәткә һоҡланып, малдар таралып китмәһен тип, уларҙы күҙәтә-күҙәтә кискә тиклем йөрөйһөң. Бер ҙә ялҡытмай.
– Миңә ярҙамсы үҫеп килә, – тип олатайым арҡамдан һөйөп алһа, үҙемде бер башҡа үҫеп киткәндәй тоям. Мал көтөү ҙә оҫталыҡ талап итә.
Ауылда рәхәт. Көндәремдең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.

Таһир РӘХИМОВ.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: