+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
20 Июль 2023, 14:21

Һыйыр көтөү еңел түгел икән

Каникул башланып китеүе булды, ҡартәсәйгә мал көтөү сираты килеп тә етте. Мин был мәлде көтөп алдым. Әле күп кешеләр мал тотмай, шуға сират тиҙ генә килә лә ҡуя. Бер мал башына – бер көн.

Һыйыр көтөү еңел түгел икән
Һыйыр көтөү еңел түгел икән

Беҙ биш көн көттөк. Был эш еңел түгел икән. Тәүге ике көнө тиҙ генә үтте ул, ә бына һыуыҡ, ямғырлы өсөнсө көнөндә ялҡтым. Һыйырҙар тик тормай, һаҙлыҡ эсенә китеп йонсота. Йәнә малды һәр кеше үҙенсә көткәс, улары ла үҙҙәрен төрлөсә тота. Бер тәртипкә өйрәнмәгәндәр. Бер көтөүсе булһа, ул үҙ яйына һалып алыр ине малҡайҙарҙы. Кис көтөүҙән арып ҡайттым да ҡартәсәйгә барыһын да һөйләнем. Ул:
«Эй, улым, мал көтөү – еңел эш түгел. Уның өсөн елкә, тырышлыҡ кәрәк. Яҙға сыҡҡас, мал ҡышлаған кәртә-ҡураһын таҙалайһың, йәй буйы бесән әҙерләйһең. Уны сабыу ҙа бик ҡыйбатҡа төшә. Трактор яғыулығына ла көндән-көн хаҡы арта бара. Ем-һоло ала башлаһаң, та­ғы аҡса кәрәк. Шунан ҡыш һуғым һуйғас, һатам, тиһәң дә – бер бәлә. Баҙар янына барырлыҡ түгел, уның эсе алыпһатарҙар менән тулы. Һатып алыусылары ла, иттең хаҡы ҡыйбат, тип аптырата. Нисек улай булһын инде?! Ыҙалап көткән малыңдың итенән дә аҡсаһы сыҡмағас, ниңә йонсоп аҫрарға, тип уйлап та ҡуямын. Бына хәҙер бел­деңме инде мал тотоуҙың нисек ауыр икәнен», – тине.
Эйе, мин бөтәһен дә аңланым. Егәрле булһаң ғына эш көйлө бара икән. Шуға ла ауыл кешеләренең ҡайһы бер­ҙәре мал тотмай икән, тип тә уйға сумдым. Көтөүгә сират етер алдынан ҡартәсәй, аҡса түләйем, тип көтөүсе эҙләп тә ҡараған. Тик килеп сыҡмаған. Бына шулай аҡсаға ла көтөүсе табып булмай хәҙер ауылда.

Ирхан ТАҺИРОВ, V cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: